Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2019, 11:12

Үҫеш өсөн нигеҙ бар!

"Үҫеш өсөн нигеҙ бар!", - тип билдәләне Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыу мәлендә.

Республика етәксеһе дәүләт башлығына Башҡортостанда төп күрһәткестәр буйынса ярайһы уҡ ыңғай алға китеш күҙәтелеүе хаҡында һөйләне. Сәнәғәт етештереүе индексы 104,5 процент кимәлендә, төҙөлөш комплексында, былтырғы менән сағыштырғанда, 9 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ауыл хужалығында әүәлге йылдар бигүк уңышлы булманы, бының, әлбиттә, объектив сәбәптәре бар.

– Тәүге ярты йыллыҡта 100 процент кимәленә сыҡтыҡ. Белеүегеҙ-сә, республикалағы ауыл хужалығы тармағында ҡеүәт бик ҙур. Әле инвесторҙар килә. Сәнәғәт етештереүе лә, сальдолаштырылған һөҙөмтәләр ҙә арта. Беҙҙә уртаса һәм ҙур предприятиелар һаны ярайһы уҡ йылдам үҫә – 144 процент. Ошоға бәйле эш хаҡы ла арта. Тәүге ярты йыллыҡта беҙҙә уртаса хеҙмәт хаҡы 35 400 һумға етте, – тине Радий Хәбиров Рәсәй Президенты менән әңгәмәлә.

Осрашыу барышында демография мәсьәләләре лә күтәрелде. Владимир Путин ниңә Башҡортостанда балалар үлеменең тотош ил буйынса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәктәге тыуым һәм үлем күрһәткестәре бик объектив, һәм республика власы был проблеманы хәл итеү сараһын күрәсәк, шул иҫәптән сабыйҙарҙы хәстәрләүгә лә иғтибар йүнәлтеләсәк. Владимир Путин был мәсьәләгә айырым иғтибар биреүҙе һораны.

– Ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәләргә ярҙам итергә, ауыр мәлдәрҙә уларға булышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Ысынлап та, һеҙҙә медицина насар түгел. Әлбиттә, беҙ башҡа һандарға, икенсе төрлө иҫәп-хисапҡа күстек. Шуға күрә күрһәткестәр ҙә үҙгәрҙе, әммә улар объектив. Был йүнәлештә ныҡлы эшләү зарур, – тине Рәсәй Президенты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан иҡтисады тотороҡло эшләй, һәм власть “социаль секторҙың һәм социаль кәйефтең яңы производстволар ғына түгел, ә яҡшы эш хаҡы, өр-яңы эш урындары булыуын” яҡшы аңлай, төбәктә эшһеҙҙәр кимәлен түбәнәйтеү йәһәтенән дә сара күрелә, уның кимәле 4,3 процент тәшкил итә.

– Төп капиталға инвестициялар 113,6 процентҡа етте. Һөҙөмтәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны ла артты. Былтыр улар 92, элгәре йыл – 90 самаһы, ә 2016 йылда 102-гә яҡын булған. Әле беҙҙең өсөн иң мөһиме, әлбиттә, инвестиция йәлеп итеү, – тине Радий Хәбиров. Дәүләт башлығы, инвестицияларҙың үҫеше – яҡшы күрһәткес, тип билдәләне.

Радий Хәбиров Башҡортостандағы өс ҡалаға йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын биреү йәһәтенән булышлыҡ күрһәткәне өсөн Владимир Путинға рәхмәт әйтте.

– Беҙҙе уратып алған Рәсәй төбәктәренең барыһында ла махсус иҡтисади зона бар, ә беҙҙә юҡ ине. Әле ошо йүнәлештә лә эш итәбеҙ. Хөкүмәт беҙгә ярҙам күрһәтә – сентябрҙә документтарҙы тапшырабыҙ. Киләсәктә республиканың үҙәгенә – “Газпром”дың ҙур предприятиеһы “Газпром нефтехим Салауат” урынлашҡан Салауат, Ишембай ҡалаларына иғтибарҙы йүнәлтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

#ВладимирПутин
Читайте нас: