Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 08:06

Йәш спортсылар кем алдында уҙышты?

Быйыл Салауат ҡалаһында “Төҙөүсе” стадионын капиталь төҙөкләндереү башлана. Төп эш күләме 2020 йылға тура киләсәк. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров спорт ҡоролмаһын ҡарап сыҡҡандан һуң ошондай ҡарар ҡабул итте.

60 йыл элек төҙөлгән стадион Салауат спидвейы үҙәген тәшкил итә. Төҙөкләндереү барышында ярыш юлдарын ремонтлау, футбол майҙанындағы газонды яһалма япмаға алмаштырыу, яҡтыртыу мачталары ҡуйыу, ике күнекмә майҙаны төҙөү, шулай уҡ волейбол, баскетбол, теннис һәм бадминтон өсөн майҙансыҡтар асыу күҙаллана. Ремонттың хаҡы 200 миллион һум күләмендә баһалана.


Әле стадионда ике спорт мәктәбенең – “Спидвей” менән “Салауат”тың күнекмәләре үткәрелә. Бында 400-гә яҡын бала йөрөй, тағы ла 40-лап үҫмер мотоуҙыш спорты менән шөғөлләнә.


Радий Хәбиров йәш спортсыларҙың уҙышын ҡараны, балалар менән аралашты. Әйткәндәй, уларҙың иң кесеһе Кирилл Гусевҡа ни бары һигеҙ йәш. Төбәк етәксеһе яңыртылған стадионды асырға мотлаҡ килергә вәғәҙә итте.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: