Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 11:16

Владимир Путин Ангела Меркель менән телефондан һөйләште

Германия яғы инициативаһы буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия Федератив Республикаһы Федераль канцлеры Ангела Меркель менән телефондан һөйләште.

Көн тәртибендәге ҡайһы бер актуаль мәсьәләләр һәм төп төбәк проблемалары тикшерелде.

Украиналағы конфликтты хәл итеү перспективалары ентекләп ҡаралды. Минскиҙың “саралар комплексы”н яйға һалыу нигеҙе булараҡ, альтернативаһыҙлыҡҡа баҫым яһалды. “Норманд формат”ы даирәһендә, шул иҫәптән Рәсәй, ГФР, Франция һәм Украина лидерҙарының ярҙамсылары линияһы буйынса ла, уртаҡ эште дауам итергә ниәт бар.

Рәсәй Президенты “Норманд дүртлеге”нең сираттағы саммитын үткәреү мөмкинлеге контекстында етди әҙерлек эшенең мөһимлеген билдәләп үтте. 2015 һәм 2016 йылдарҙа Париж һәм Берлинда был форматта юғары дәрәҗәлә осрашыуҙар барышында ирешелгән "Киев килешеүҙәре"н үтәү зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Владимир Путин Сүриәләге хәлдәр тураһында, шул иҫәптән Идлиб дескалация зонаһында террорсылыҡ янауҙарын нейтралләштерү буйынса аҙымдар тураһында хәбәр итте. Ике яҡтан да Конституцион комитет эшен тиҙ арала формалаштырыу һәм эшләтеп ебәреү мөһимлеге билдәләнде.

#ВладимирПутин
Читайте нас: