- Әлбиттә, бөтә халыҡ спорт, сәнғәт ярыштарына күнеккән, ә һөнәри оҫталыҡ өлкәһендәге ярыштар тураһында бик аҙҙар ғына белә.
Әммә был хәрәкәт әүҙем үҫешә һәм, мин ышанам, киләсәктә лә үҫәсәк, сөнки һеҙ күрһәткән нимәләр — ул, ысынлап та, ҙур оҫталыҡ. Беҙ был өлкәлә ярҙам күрһәтергә әҙер. Был ярыштар күп кешенең иғтибарын үҙенә йәлеп итәсәк, — тине Владимир Путин.