Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 14:06

Лилиә Биктимерованы атаһы ни өсөн яратмаған?

Билдәле кешеләрҙең бала сағы, тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Популяр йырсы Лилиә Биктимерова Яңауыл ҡалаһында тыуһа ла, ун йәштән Пермь крайының Барҙа ҡалаһында йәшәй. Сәбәбе: әсәһе үлгәс, атаһы икенсе ҡатынға өйләнә. Ә Лилиә үгәй әсәй менән йәшәгеһе килмәй. Үҙен ҡарап үҫтергәне өсөн әсәһенең бер туған һеңлеһе Алһыу апаһы менән еҙнәһенә ҙур рәхмәт әйтә йырсы.

- Атайым менән әсәйем мине малай булыр тип көткән, - ти ул "Аҡсарлаҡ" гәзитенә биргән әңгәмәһендә. - Ҡыҙ бала тыуыуына атайым бер ҙә шатланмаған, ул хатта әсәйем менән мине бала табыу йортонан да барып алмаған. Ике-өс айлыҡ сағыма тиклем әйләнеп тә ҡарамаған. Шулай ҙа йән тартмаһа, ҡан тарта тигәндәй, күпмелер ваҡыт үткәс, мин сәңгелдәктә йоҡлап ятҡанда ситтән генә күҙәтә торған. Төҫ-ҡиәфәтем менән уға оҡшағанмын. Әкренләп атайҙың миңә мөнәсәбәте үҙгәрә башлаған.https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/lili-biktimerovany-ata-y-ni-s-n-yaratma-an/
Читайте нас: