Йыл башынан республикала лицензияһыҙ алкоголь менән сауҙа иткән 1 мең ярым магазин ябылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре суррогат етештергән 8 цех эшен туҡтатҡан. Әйткәндәй, 2 сентябрҙә Белем көнөндә Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәр һатылмай. “Ҡоро закон”ды боҙоусыларға 40 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.