Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 17:08

Рөстәм Рахманғолов Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

27 августа урындағы район Советы депутаттары Рөстәм Рахманғоловты Башҡортостандың Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вазифаһына раҫланы. Урындағы советтың 14 депутаты ла Рахманғолов кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе.

Рөстәм Рахманғолов 1981 йылдың 28 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 2003 йылда «филология» белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 3-сө Башҡорт лицей-интернатында тарих уҡытыусыһы булып башлай. 2013-2016 йылдарҙа Красноусол ауылы хакимиәтен етәкләй. Һуңынан Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе була. 2018 йылда «юриспруденция» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.


2018 йылдан 2019 йылдың авгусына тиклем — Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡты һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү буйынса урынбаҫары.


2 августан Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Өйләнгән, өс балаһы бар.

"Башинформ".
Читайте нас: