Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 09:45

Күптән көтөлгән ваҡиға

Президент Владимир Путин 27 августан 1 сентябргә тиклем Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында уҙасаҡ Халыҡ-ара "МАКС-2019" авиация-космик салонын ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты юлланы.

"Быйылғы күргәҙмәлә тәҡдим ителгән яңылыҡтарҙың Рәсәй авиакосмос сәнәғәтенең ышаныслы үҫеш алыуын һәм, дәүләттең конструкторлыҡ мәктәбенең иң яҡшы традицияларын һаҡлап, заманса технологияларҙы ҡыйыу рәүештә ғәмәлгә индереүен раҫлап үткем килә. Продукцияның сифаты, ышаныслылығы һәм именлеге тотороҡло ҡала", - тиелә сәләмләү һүҙендә.

Дәүләт башлығы билдәләп үткәнсә, авиасалон сирек быуаттан артыҡ белгестәрҙе самолеттар төҙөлөшө һәм вертолет индустрияһы өлкәһендәге алдынғы ҡаҙаныштары менән таныштыра.

"Һәм, әлбиттә , МАКС - ул һәр ваҡыт ҙур, күптән көтөлгән ваҡиға", - тип өҫтәне ул.

#ВладимирПутин
Читайте нас: