Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 13:52

Бейеүсе саптарҙың яҙмышын асыҡланыҡ!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәштәребеҙ ихлас та, әүҙем дә икәнлегенә беҙ бер ваҡытта ла шикләнмәйбеҙ. Бына бит, кисә башҡорт милли моңдарына бейеп йөрөгән саптарҙың видеояҙмаһын ҡуйып, бының ҡайҙа, ҡасан һәм кемдәр төшөрөлөүен белеү маҡсатында оран һалыуыбыҙ булды, яуап килеп тә төштө.

Белорет ҡалаһынан Эльвира Хәмзина хәбәр итеүенсә, ошо райондың Әзекәй ауылында Инсаф Йомағужин исемле уңған саптарҙы шәхси хужалығында аҫрай. Ҡушаматы “Буян”, быйыл ул район һабантуйындағы ат сабышында ла ҡатнашҡан. 2,5 километр араны үтеп, финишҡа икенсе булып килгән (һыбайлы – Нәзим Бәхтиев). Ә малҡайҙы данлы иткән видеояҙмала Инсаф Йомағужиндың улы Йәмил саптарҙы бейетә, гармунда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Хәдим Вәлиев уйнай.


Эльвира Хәмзина белдереүенсә, дәртле юртаҡ сабыштан аҙаҡ тамашасылар алдында ла бейеп ҡыуандырған. Тап ошо күркәм мәлде “Урал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре төшөрөп тә алған.

Тик ошо матур һабантуйҙан һуң, “Буян” ... хужаларын көйөк утына батырып, юғалған да ҡуйған. Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң, имен-һау хужаһына әйләнеп ҡайтҡаны ла билдәле. Ярай яуыз уйлы кешеләр ҡулына эләкмәгән дә, Белоретттың ҡара урмандарында айыу-бүрегә тарымаған! Әле йонсоған саптар хәл йыя, көс туплай икән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/beye-se-saptar-y-ya-myshyn-asy-lany-/
Читайте нас: