Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 11:03

ВЛАДИМИР ПУТИН САММИТТА ҠАТНАШЫРМЫ?

АҠШ Президенты Дональд Трамп 2020 йылда үҙҙәрендә үтәсәк G7 саммитында Рәсәйҙең ҡатнашыуына ҡаршы түгел. Был турала CNN журналисы Кайли Атвуд Twitter селтәрендә Америка хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итте. Рәсәйҙе саммитҡа саҡырырға Франция Президенты Эммануэль Макрон тәҡдим иткәйне.

АҠШ һәм Франция президенттары телефондан аралашҡанда Мәскәүҙе киләһе йыл G7 саммитына саҡырыу буйынса фекер алышты. Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты менән осрашыуында, “Ҙур етәү” менән һәр төрлө бәйләнеш файҙалы буласаҡ, тип белдерҙе һәм G8 форматын яңыртыу мөмкинлеген дә телгә алды.

Рәсәйҙе донъяның төп ете иле осрашыуҙарына 2014 йылғы Ҡырым һәм Украиналағы хәл-ваҡиғаларҙан һуң саҡырмай башлағайнылар.

#ВладимирПутин
Читайте нас: