Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2019, 23:32

Ауыл халҡы күп һорауҙарына яуап алды

Бөгөн Йәшергән ауыл Советы биләмәһендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Халыҡ менән осрашыуға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов етәкселегендә уның урынбаҫарҙары, район хеҙмәттәре етәкселәре барҙы.

Ауыл халҡы әлеге сарала ошо биләмәгә ҡараған ауылдарҙа юлдарҙың насар булыу проблемаһын күтәрҙе. Йәшергән ауылы халҡы һыуһыҙ интегеүҙәренә, фельдшер-акушерлыҡ пунктында дарыу препараттары юҡлығына зарланды. Шулай уҡ әлеге ауыл биләмәһендә пай ерҙәрен рәсмиләштереү буйынса асыҡланмаған мәсьәләләр бар.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар күп һорауҙарына яуапты ошонда алды. Ҡайһы бер проблемаларҙы үтәү контролгә алынды. Ә ҡайһы берҙәре буйынса район етәкселегенә юғарылағы министрлыҡтарға һәм ведомстволарға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
Читайте нас: