Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 13:19

Республикала ирекмәндәр слеты үтә

Балалар күңелендә изгелек орлоҡтары. «Ал елкәндәр» балалар һауыҡтырыу лагерында 3Д кесе эштәр ирекмәндәренең йәйге уйындары асылды. Слетта республиканың 21 район һәм ҡалаһынан ике йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Улар бөтәһе лә йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәтеүселәр.

Заманса «Тимур һәм уның командаһы» йәки 3Д «кесе эштәр» ирекмәндәре. Өлкәндәргә йорт эштәрендә ярҙамлашыу, изге ғәмәлдәрҙә ҡатнашыу Ураҙ лицейы уҡыусылары өсөн ғәҙәти.

Тимуровсылар беҙҙең көндәрҙә лә бар һәм республикала был йәһәттә иң әүҙемдәре «Ал елкәндәр» балалар һауыҡтырыу лагерына йыйылды. Учалынан «Ҡырмыҫҡалар» командаһы марафон ваҡытында- март айынан июлгәсә 160 изге эш башҡарып өлгөргән.

3Д марафоны ирекмәндәре өс төрлө йүнәлештә изге эштәрҙә ҡатнаша. Команда менән мохтаждарға ярҙам күрһәтә, шулай уҡ граждандарҙы шефлыҡҡа алып уларға даими рәүештә йортта булыша, мәҙәни-хәйриәлек сараларын уҙғарыуҙа, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ярҙам итә.

Өлкәндәрҙең баҡсаһын утау, утын, һыу ташыу, яҙғы өмәләрҙә ағас ултыртыу, тирә-яҡты таҙартыу, ауыл байрамдарын уҙғарыу һәм башҡа бик күп эштәр улар ҡатнашлығында уҙған.

Республиканың 21 район һәм ҡалаларында йәшәүсе ирекмәндәр өс көн дауам иткән слетта интерактив һәм спорт уйындарында көсөн һынаясаҡ. Шулай уҡ Өфөнөң иҫтәлекле урындарына экскурсия ойошторола. Проект президент гранты нигеҙендә алып барыла һәм ул кесе йәштән ярҙамсыл, изге күңелле шәхестәр тәрбиәләүҙе тормошҡа ашыра.
Читайте нас: