Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 13:47

Нур-Солтанда башҡорттар кемде баҫтырған?

Нур-Солтанда уҙған башҡорт "Йыйын"ы мәлендә ҡыҙыҡ хәлгә тарыныҡ.

Машинала ҡала буйлап китеп барабыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты водителе Винарис Абдуллин күрше машиналағы яҙмаға иғтибар итте. Унда "Башкирочка" тип яҙылғайны. Машина етеҙ тиҙлек менән алға китте.


Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән мин дә Винаристы дәртләндереп ебәрҙек: "Әйҙә, ҡыуып етәйек! Башҡорт ҡыҙы бит!"


Нур-Солтан буйлап киттек ҡыуып баяғы машинаны. Ҡыуып еттек, ҡысҡырып урам уртаһында машина эсенән сәләмләйбеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының значогын тәҙрә аша һуҙабыҙ. Тирә-яҡтағы машиналар ҡыҫҡарта башланы. "Бөгөн "Жетысу" паркында башҡорт "Йыйын"ы була. Кил!" - тип ҡысҡырам.


Уны-быны уйлағансы, әйҙәгеҙ, туҡтатайыҡ, тине Винарис. Шулай итеп, ишара биреп, уға юл ситенә сығырға ымланыҡ. Аңланы таныш булмаған башҡорт ҡыҙы. Бер ни тиклем ара үтеп, беҙҙең янға килеп туҡтаны.

Ысынлап та, ул башҡорт ҡыҙы булып сыҡты, тик бында тыуған. "Атайым башҡорт минең. Петропавловскиҙан. Оҙаҡ йылдар бында йәшәй. Әле тренировканан ҡайтып киләм. "Йыйын"ға мотлаҡ килермен!” - тине Динара Ишмырҙина.


Беҙ уға башҡорт балын, Рәшит Шәкүрҙең "Йөрәктәге яҙмалар" китабын бүләк иттек.


Байрамға килде Динара.


Бына шулай ҡаҙаҡ ерендә башҡорт халҡының "Ҡыҙ ҡыуыу" тигән йолаһын ҡабат тергеҙеп ҡайттыҡ.


Лариса Абдуллина.
"Йәшлек" гәзитенән.


Читайте нас: