Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 14:32

Бурҙан ҡала...

Курск өлкәһенең Суходол ауылындағы 10 квадрат метр майҙанлы ағас йортта янғын сыға, һөҙөмтәлә йорт, ҡаралтылар янып юҡҡа сыға.

Үкенескә ҡаршы, ҡурҡыныс янғында әсәй кеше менән бәлиғ булмаған өс бала тереләй янып үлә. Фажиғә 16 августа иртәнге сәғәт биштә теркәлгән.
Янғын һүндереүселәр, ваҡиға урынына ваҡытында килеп етеп, йортто ялмап алған утты 13 минут эсендә һүндерә. Тик янғынды туҡтатҡандан һуң йортто һүтә башлағас, тотош ғаиләнең: 47 йәшлек ҡатындың, 5, 11 һәм 12 йәшлек малайҙарҙың янған кәүҙәләре табыла.
Фажиғә урынында әле хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, медиктар, электриктар тикшереү эше алып бара. Янғын сәбәптәре, зыян күләме асыҡлана.
Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгәндер инде, һаҡ булайыҡ. https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/bur-an-ala-/

Читайте нас: