Стэрлебаш шишмэлере
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 13:02
Бузова менән прокуратура шөғөлләнәсәк
Йырсы, алып барыусы Ольга Бузова социаль селтәргә видеояҙма һалған; унда буш тәрилкәне ялағандан һуң, үҙен “блокадница” тип атаған; был хәл йәмғиәттә кире резонанс тыуҙырған, тип яҙғайныҡ инде.
Быға ҡарата билдәле шағир Илья Резник: “Беҙҙең шоу-бизнес, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, деградацияға бирелгәндән-бирелә. Бәғзеләр оятын, намыҫын, Тыуған ил төшөнсәһен бөтөнләй онотҡан. Әгәр Бузованы 1942 йылдағы Лениградҡа алып барып, көнөнә бирелгән 125-әр грамм икмәккә йәшәтһәләр, нисек шаярырға белер ине“, – тип белдергәйне.
Уңышһыҙ шаярыуынан һуң Ольга Бузоваға социаль селтәрҙә ултырыусыларҙан да арыу эләккән.
Әммә йәмәғәт әүҙемселәренә был ғына аҙ тойолған: “Халыҡ коррупцияға ҡаршы” партияһы рәйесе урынбаҫары Виталий Бородин Рәсәйҙең Генераль прокуратураһына мөрәжәғәт иткән: ул популяр блогер Бузованың Instagram-аккаунтын ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә.
Уның фекеренсә, был телдәренә хужа була алмаған барыһына ла фәһем булыр ине. Ә илдәге иң популяр аккаунттың хужаһы Ольга Бузова әлегә шәхси битен ябып торған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-l-m-tt-r/buzova-men-n-prokuratura-sh-ll-n-s-k-/
Читайте нас: