Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 13:06

Ауырлы икәнен белмәгән...балаһын тапҡансы

Ауырлы булған ҡатындар ул саҡтағы хис-тойғоларҙы яҡшы хәтерләй. Йә ҡоҫаһы килә, йә йоҡлағы килә. Хәл бөтөп китә, әллә нимәләр ашағы килә. Эстәге бала үҫә килә кәүҙә үҙгәрә, атлап йөрөү "үрҙәк"текенә әйләнә. Ҡыҫҡаһы, ғүмерҙә онотоп булмаҫ ваҡыт.

Ә бына Мәскәүҙә йәшәгән 16 йәшлек Лиза үҙенең ауырлы икәнлеген белмәгән... Балаһын тапҡансыға тиклем. Бер мәл ҡыҙ үҙен насар тоя башлай. Эсе, биле ауырта, үҙен ҡуйыр урын тапмай. Аптырағас, уны дауаханаға алып китәләр. Табиптар ҡыҙҙы ҡарағандан һуң уның ауырлы, улай ғына ла түгел уны тулғаҡ тота башлауы һәм бына-бына бәпес табырын әйтәләр. Шөкөр, иҫән-һау малай донъяға килә.


Аңлашыла, үҫмер ҡыҙ кейәүҙә түгел. Баланың атаһының кемлеген белеүе лә шикле. Был осраҡта шуныһы аптырата. Йәш бала ауырлы булыуҙың нисек икәнлеген белмәүе лә ихтимал, ә бына уның ата-әсәһе ҡайҙа ҡараны икән? Балаларға һәр йәшендә лә иғтибарлы булыу кәрәк бит.
"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: Яндекс.ру
Читайте нас: