Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 11:57

Бөтәһе лә кешеләрҙең уңайлығы өсөн

Республикала ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса бер нисә етди республика программаһы старт алғайны. Шуларҙың береһе «Башҡорт урамы», ул йорт территорияларын комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота.

Республика халҡы матур, таҙа, төҙөкләндерелгән урамдарҙа йәшәргә, уларға унда уңайлы мөхит тәьмин ителергә тейеш - программаның төп маҡсаты ошондай. Ул алты йыл дауамында, 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Ошо ваҡыт эсендә 3 мең йорт алдын, шуларҙың 480нен - 2019 йылда ремонтлау планлаштырыла.

Уны кем финанслай? Аҡсаның 94% республика бюджетынан, 5 проценты - муниципалитеттан бүленә һәм 1 проценты - күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең шәхси аҡсаһы. Был аҡсаға ағымдағы йыла беҙҙең районда нимә эшләнәсәк? Мотлаҡ исемлек бар: хәүефһеҙ балалар майҙансығы, спорт майҙансығы, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары, мәғлүмәт стендтары, тышты яҡтыртыу, сүп-сар өсөн майҙансыҡтар. Ағымдағы йылда беҙҙең Стәрлебашта һигеҙ йорт алдын төҙөкләндереү планлаштырылғайны. Ленин урамында 90, 92, 94, Октябрҙың 50 йыллығы урамында 1, 3, 5, 7, 11 һанлы йорттарҙың ишек алдарында бөгөн эштәр тулы көскә бара. Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса ишек алдарында (11 һанлы йорттан тыш) йорт яны территорияларына асфальт түшәлде, яҡтылыҡ өсөн бағаналар ҡуйылған да инде. Улар күҙгә күренеп матурланды. Урамдарға тигеҙ итеп түшәлгән асфальт матур ғына түгел, унда үҙең өсөн дә, кескәйҙәрҙе саф һауала уйнатҡанда ла бик уңайлы. Ә балалар майҙансығын ҡуйып, йәшелләндергәндән һуң, улар күҙҙең яуын алып торасаҡ. Барыһын да, айырыуса, бала сағаны, уларҙың ата-әсәләрен, өләсәй-олатайҙарын һөйөндөрәсәк. Ленин урамында асфальт түшәү өсөн әҙерлек эштәре алып барыла.

Әммә стәрлебаштар бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй. Улар киләсәк тураһында ла уйлай. Мәҫәлән, 2020 йылға тағы бер нисә йорт алдын төҙөкләндереү планлаштырылған, улар араһында Ленин урамында 86 һәм 88, Әхмәтов урамында 11 һанлы йорттар территориялары.

Шаршамбы көндө, 14 августа, ошо йорттар эргәһендә граждандар йыйындары үтте. Программаның мәғәнәһен аңлатырға, йортта йәшәүселәрҙең һорауҙарын тыңлап, уларға яуап биреү өсөн халыҡ менән осрашыуға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов, Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Денисов, райондың баш архитекторы Марат Ибраһимов һәм «Жилищник» йәмғиәте директоры Рәсим Ғиниәтуллин килде. Эдуард Анатольевич халыҡҡа уларҙың йорт алдарында ниндәй эш күләме башҡарылыуын, ҡайҙа нимә урынлашасағын ентекле аңлатты. Йыйылыусыларҙың объекттарҙы ҡуйыу урындарын яҡшыртыу йәки алмаштырыу буйынса тәҡдимдәре бармы тип һораны. Йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Ул район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов менән таныштырҙы. Йортта йәшәүселәрҙең үтенестәрен тыңлағандан һуң, уларҙың барыһы ла мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ тип ышандырҙы Рөстәм Камил улы. Әгәр кемдеңдер һорауы йәки проблемалары барлыҡҡа килһә, уның, шулай уҡ райондың төрлө хеҙмәттәре етәкселәре һәм белгестәренең ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булыуын билдәләне.

Ҙур, һәм бик яҡшы эш башланды, сөнки беҙҙең урам алдары ремонтты тиҫтәләрсә йыл күрмәгәндер, моғайын. Иң мөһиме, беҙ - район үҙәге халҡы бик күп кешеләр хеҙмәте менән булдырылғандың ҡәҙерен белһәк һәм һаҡлаһаҡ ине, сөнки быға миллиондар сарыф ителгән. Сүпләмәйек, емермәйек, ә ошо матурлыҡты тәртиптә тотайыҡ. Телевизор аша күргән матур, уңайлы, тәртипле урамдарҙа йәшәгән ҡала йәки сит ил халҡына көнләшкәнсе: «Ә беҙҙең йорт алды матур» йәки «Беҙҙеке матурыраҡ!» тип ғорурлыҡ менән әйтергә булһын.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: