Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 10:16

Спортсыларға – юбилей миҙалдары

Белорет – спортсылар ҡалаһы тип әйтһәм, береһе лә бәхәсләшмәҫ, сөнки ул тиҫтә йылдар инде илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән, яңы быуын спортсыларын әҙерләгән төбәк. Шуғалыр ҙа Физкультурниктар көнө бында йыл да оло байрамға әйләнә.

Быйыл да ҡаланың Металлургтар майҙанында спорт ветерандары, үҫеп килгән быуын вәкилдәре йыйылды. Йәш спортсылар иһә саңғы-роллерҙарҙа уҙышты.


Сарала район хакимиәте башлығы Владислав Миронов Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән спортсыларҙы тәбрикләп, тау саңғыһы буйынса иң яҡшы тренер Вячеслав Астаховҡа, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, өс тапҡыр олимпия уйындарында ҡатнашҡан, 2008 йылда Рим марафонында еңгән, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең биш тапҡыр чемпионы Галина Богомоловаға, Башҡортостандың атҡаҙанған тренерҙары Валентина Носоваға, Николай Пантелеевҡа, тренер, Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүселәрен тәрбиәләгән Анатолий Пасаженниковҡа, РФ дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Галина Рыжкинаға, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Татьяна Сенченкоға "Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл" юбилей миҙалдарын тапшырҙы.


Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Лилиә Шобухова, йөҙөү буйынса тренер Павел Соколов, хоккей буйынса тренер Павел Сергеев, спорт ветераны Сергей Залавин муниципаль район Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/sportsylar-a-yubiley-mi-aldary-/
Читайте нас: