Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 10:05

Республиканың алты районында сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Көйөргәҙе, Стәрлебаш һәм Хәйбулла райондарында май-июль айҙарында иҫкән ҡыуан ел һәм тупраҡтың ҡоро булыуы һөҙөмтәһендә сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ғәҙәттән тыш хәл режимы ағымдағы йылдың август аҙағына тиклем ғәмәлдә була.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн материалдар әҙерләү һәм уларҙы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына тапшырыу бурысы йөкмәтелгән.
Читайте нас: