Өфө үҙәгендә өс рәткә теҙелгән яңы автобустар ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарға тәғәйенләнгән. Һуңғыһы 17 пассажир һыйҙырышлы. Уңайлыҡтар күп. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа салонда йылы буласаҡ, тормоз системаһы ла заманса ҡоролған. Баш ҡала автовокзалынан Әбйәлил районына тиклем бығаса маршруттар булмаған, ике яңы автобустың тап был төбәккә юлланыуы – күптән көтөп алынған ваҡиға.
«Башавтотранс» предприятиеһының 16 филиалына тәғәйенләнгән автобус асҡыстарын водителдәргә тапшырыу тантанаһында республика етәксеһе лә ҡатнашты. Радий Хәбиров үҙ сығышында компанияны заман бергә атларға саҡырҙы. Матди-техник базаны нығытыу бер, эш алымдарын да камиллаштырыу мотлаҡ.
Осрашыуҙа йәмәғәт транспорты водителдәренең квалификацияһын күтәреү, пассажирҙар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса пропаганданы көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
Планға ярашлы, быйыл компания автопаркы төрлө һыйҙырышлы 527 транспорт сараһы менән тулылана, уларҙың бер өлөшө июлдә ҡабул ителеп, маршрутҡа ҡуйылғайны. Яңы ғына тапшырылған 110 бәләкәй автобустың дүртәүһе ниһайәт, төньяҡ-көнсығыш райондарға юллана.
2019 йыл «Башавтотранс» предприятиеһы автопаркы өсөн яңырыу йылы тиергә мөмкин. Сентябргә тиклем тағы ла ике йөҙҙән ашыу транспорт сараһы ҡабул ителәсәк. Иң мөһиме, яңы автобустар килгән көндө үк маршрутҡа сығып, республика халҡын хеҙмәтләндерә башлай.