Фәрит Күмертау физик тәрбиә педагогия училищеһына уҡырға инә. Тәжрибәле тренер Геннадий Шпиньков төркөмөнә эләгә. Иғтибарлы, талапсан, дәрт өҫтәүсе һәйбәт остаз. Ҡалала Фәрит тиҙ арала саңғы ярыштары буйынса үҫмерҙәр араһында иң яҡшыһы була. Республика ярыштарында ла уңышлы сығыштар яһай.
Училищенан һуң йыл ярым Өсөгән-Әсән ауылында йәшәй һәм эшләй. Әлбиттә, тыуған ауылында йәшәү оҡшай, әммә спорт йәһәтенән тренерһыҙ һәм үҫеш өсөн башҡа бер ниндәй ҙә шарттарһыҙ был осор һөҙөмтәләргә бай булмай.
Әммә, ул район ярыштарында призерҙар иҫәбенә инә. Хәрби хеҙмәткә йәштәштәренә ҡарағанда бер аҙ һуңлабыраҡ алына. Өфөлә, уларҙы тәғәйенләгән ваҡытта, спортротала ҡалыу мөмкинлеге була. Әммә Фәрит флотта хеҙмәт итеүҙе хуп күрә.
Тәүҙә Ленинград хәрби-диңгеҙ базаһының уҡыу подразделениеһына эләгә. Артабан хеҙмәт итеү өсөн Североморск ҡалаһына - һыу аҫты кәмәһенә йүнәлтәләр.
Бер ваҡыт ҡыш көнө Төньяҡ флот чемпионатында ҡатнашыу өсөн һыу аҫты кәмәләре эскадра командаһын йыялар. Унда Фәритте лә индерәләр. Шул ваҡытта ул саңғыла бик йыш шөғөлләнмәһә лә 15 һәм 30 км дистанцияла һәйбәт сығыш яһай.
Бер нисә көн үтә, һыу аҫты кәмәһе командиры уны саҡырта. Алдында торған һомғол кәүҙәле матросҡа баштан-аяҡ ентекләп ҡарай.
- Һиңә иғтибар иткәндәр, Хәмиҙуллин. Ебәреүе, әлбиттә, бик йәл - һәйбәт белгесһең, хеҙмәттәштәрең дә ихтирам итә. Әммә һине спортротаһына күсереү приказы бар. Ул бында, Североморск ҡалаһында.
Спортрота - үҙенә генә хас хеҙмәт. Тәүҙә Хәмиҙуллин саңғысылар төркөмөндә була. Артабан икенсе төркөмгә - биатлонсыларға күсерәләр. Тренер Василий Смолянинов былай ти:
- Иң мөһиме, һин яҡшы уҙышсы. Ә атыуға килгәндә, уны тиҙ үҙләштерерһең, тип ышанам.
Шул ваҡытҡа Хәмиҙуллин сроктан тыш хәрби хеҙмәткә ҡалыуы тураһында етди ҡарар ҡабул итә.
Шулай итеп, 22 йәшендә ул биатлонға килә. Әйтергә кәрәк, бик һуң килә: был йәшкә әлеге төрҙә тәжрибәле спортсы, нимәгәлер ирешкән булырға кәрәк. Әммә Фәрит үтә ныҡышмалы була. Уға биатлон бик оҡшай. Туҡтауһыҙ шөғөлләнә һәм икенсе ҡышҡа Төньяҡ флот беренселегенә ярыштарҙа еңеү яулай. Артабан СССР Ҡораллы Көстәр чемпионатына бара. Әммә унда уңышлы сығыш яһамай. Тренер, Фәриттең төшөнкөлөккә бирелеүен күреп, йылмайып.
- Һин шунда уҡ юғары бейеклектәр яуларға уйлағайныңмы... Өлгөрөрһөң әле, - ти.
- Мин бик һәйбәт ата алмайым.
- Тырыштырырбыҙ. Иң мөһиме, төшөнкөлөккә бирелмә.
Йәнә ныҡышмалы күнегеүҙәр. СССР спорт мастеры булыу - Фәриттең йәшерен хыялы була.
- Мотлаҡ булырһың, - тип күндерә уны тренер.
Әлеге исемгә флот биатлоны трассаларында ғына ярышып эйә булып булмай. Бының өсөн улар араһында кәрәкле урын яулар өсөн оҫталыҡтары буйынса тейешле ҡатнашыусылар составы менән юғары дәрәжәле ярыштар кәрәк. Тренер һәм уның уҡыусыһы Ленинградтан йыраҡ түгел - Кавговолола үткән 1975 йылғы СССР Ҡораллы Көстәр чемпионатына ниндәй өмөттәр бағлай. 25 йәшлек мичман Ф.Хәмиҙуллин билдәле спортсылар менән бергә 20 километрлы дистанцияға старт ала. Һәйбәт тиҙлек ала, беренсе утлы рубежды уңышлы үтә, икенсеһендә хата ебәрә (биш тапҡыр атҡанда), ә был тағы ла бер әйләнеш йүгереп килергә кәрәк тигәнде аңлата. Әммә быға, әйткәндәй, борсолорға урын юҡ. Өсөнсө утлы рубежда тағы бер хата. Фәрит һәйбәт тиҙлек тота. Һуңғы утлы рубежда уңышлы ата һәм финишҡа йүнәлә. Тренерҙың шатлығының сиге булмай. Фәрит бөтә күнегеүҙәрҙе лә арттырып үтәй. Мастер әйткән нормативты үтәп, бишенсе һөҙөмтә менән финиш һыҙығын үтә.
Киләһе өс миҙгел спортсыға тағы ла әһәмиәтлерәк уңыштар килтерә. 1976 йылда Ҡораллы Көстәр беренселегендә йәнә мастер нормативын дәлилләй. Һуңынан тренер былай ти:
- Һинән Мурманск өлкәһе командаһы өсөн сығыш яһауыңды һорайҙар. Шуға күрә улар менән бергә барырбыҙ. Командование менән мәсьәлә хәл ителде.
Шул саҡта һәйбәт команда йыйыла. Уның составында Советтар Союзы беренселеге призерҙары Дмитрий Скосырев, Николай Пузанов, илдең иң көслө йәш биатлонсыларының береһе Валерий Милорадов була. Фәрит тә был команданы бер ҙә боҙмай. Команда Рәсәй чемпионатында 4х7,5 км эстафета уҙышында еңеү яулай.
Артабан шул уҡ составта был эстафета командаһы СССР чемпионатында дүртенсе урын яулай. Икенсе йылда улар ошо уҡ уңышты ил беренселегендә ҡабатлай. Ә был Хәмиҙуллин да Советтар Союзының көслө биатлонсылары иҫәбенә инде тигәнде аңлата.
Шул саҡта ул шәхси беренселектә ҡатнаша. 20 км дистанцияла алтынсы урын яулай. Шул уҡ йылда Хәмиҙуллин йәнә Ҡораллы Көстәр чемпионатына бара. Бында бер аҙ аңлатып үтергә кәрәктер. Нимә була ул шул йылдарҙа Ҡораллы Көстәр беренселеге? Күп спортсы бында - иң яҡшы ун спортсы иҫәбенә инеүгә ҡарағанда, ил чемпионатына биш иң яҡшы спортсы иҫәбенә инеү еңелерәк, тип әйтә. Ысынлап та, бик көслө состав йыйыла. Спортсылар араһында ошо спорт йәмғиәтенә олимпия чемпиондары Николай Круглов, Александр Елизаров, донъя чемпиондары Александр Ушаков, Юрий Колмаков, Александр Селифонов, Геннадий Ковалев, башҡа ҙур ярыштар еңеүселәре кеүек биатлон йондоҙҙары инә. Шулай итеп, Хәмиҙуллин 1977 йылда бында өсөнсө урын яулай. Шундай уҡ уңышҡа киләһе йылда ла ирешә. Уны СССР чемпионатында ҡатнашыу өсөн спорт йәмғиәте командаһына индерергә тейеш кеүек тойола. Әммә баш тренер Александр Привалов бер нимә лә өндәшмәй. Йыйындар ваҡытында шул ваҡытта уға ике тапҡыр донъя чемпионы - Александр Ушаков менән бергә булырға тура килә, чемпион шунда юғары бейеклектәргә ирешә, әммә иң көслө спортсы булып ҡала.
- Һин һәйбәт биатлонсы, Фәрит, - ти Ушаков. - Үҙ кимәлең буйынса һин Ҡораллы Көстәр йыйылма командаһына һәм хатта, ил йыйылма командаһына ла тиклем барып етер инең, бәлки. Әммә һине унда алмаясаҡтар. Ни өсөн икәнен беләһеңме? Йәшең өсөн. Һиңә 28 йәш бит. Унда күпкә йәшерәктәрҙе өҫтөн күрәләр. Уларҙың перспективаһына иҫәп тоталар. Әгәр һин һәйбәт шарттарҙа үҫмерҙәр йәки юниорҙар йәшендә, һәйбәт биатлон үҙәгендә булһаң, донъя чемпионатына ла барып етер инең, бәлки. Әммә һин борсолма. Спорт һиңә барыбер бик күп матур мәлдәр бүләк итте. Быны спортсы спортсыға әйткән кеүек әйтәм.
Ә Фәрит борсолорға уйламай ҙа. Ысынлап та, ҙур спортҡа һуңлап килеп, ул күп нимәгә ирешә. Мәҫәлән, илдең алдынғы биатлонсылары менән иң көслө конкуренцияла яуланған Рәсәй чемпионы исеме, йәки СССР беренселегендә дүртенсе урын, илдең Ҡораллы Көстәре чемпионатында өсөнсө урын (составы буйынса иң көслөһө) шатлыҡ килтермәйме ни?
Уның артабан да сығыштары бик күп була. 34 йәшенә тиклем төрлө ярыштарҙа Төньяҡ флоты һәм Мурманск өлкәһе командаһын күрһәтә. Һигеҙ йыл рәттән Ҡораллы Көстәр чемпионаттарында иң яҡшы унау иҫәбенә инә. Илдең төньяҡ-көнбайыш зонаһы беренселегендә икенсе призер була. Мурманск өлкәһендә саңғы ярыштарында еңеү яулай. Төньяҡ халыҡ-ара Байрам ярыштарында ҡатнаша. 58 км марафон-саңғы ярышы дистанцияһында йүгерә һәм бында ла үҙен көсһөҙ итеп күрһәтмәй - 5-6 урындар яулай. Фәрит төрлө яҡлап спортсы була. Еңел атлетика, күп төрлө ярыштар буйынса флот командаһы өсөн уңышлы сығыш яһай. Еңел атлетика кросы буйынса Бөтә Союз ярыштарында ҡатнаша.
Ошо йылдар дауамында тормош иптәше Зифа уның терәк-таянысы була. Дөрөҫөрәге, улар спортта бер-береһен хуплай һәм дәртләндерә, сөнки Зифа ла шулай уҡ яҡшы спортсы була. Ул Североморск ҡалаһында эшләй. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. Спорт мастерына кандидат. Уға ваҡытында Мурманск өлкәһендә еңел атлетика кросы буйынса ярыштарҙа тиңдәр булмай. Бында саңғы ярыштары буйынса беренселектә бер нисә тапҡыр призер була, Ҡораллы Көстәр чемпионаттарында ҡатнаша. Ә уның иң юғары ҡаҙанышы - ГТО ҡышҡы һәм йәйге күп төрлө ярыштар буйынса Рәсәй беренселегендә еңеүе, кросс буйынса Хәрби-диңгеҙ флоты чемпионатында икенсе урын.
1989 йылда Ф.Хәмиҙуллиндың хеҙмәт срогы тамамлана һәм 39 йәшендә ул хәрби хаҡлы ялға сыға. Ғаиләһе менән Стәрлебашҡа күсенеп ҡайта. Бында Салауат урамы осонда өй һатып алалар. Ваҡыт үтеү менән уны киңәйтәләр. Ҡарап туймаҫлыҡ итеп матурлайҙар. Йорттары иҫ киткес. Әйткәндәй, уларҙың ике ҡыҙы ла шулай уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Ә өлкәндәре Зөлфиә мәктәп уҡыусылары араһында саңғы ярыштары буйынса хатта Башҡортостан чемпионы ла була.
Зифа Ғәбит ҡыҙы байтаҡ йылдар 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Әле лә эшһеҙ ултырмай - шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Ә Фәрит Әхмәт улы ҡайтҡандан һуң да спорттан айырылмай. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып һөҙөмтәле эшләй. Саңғы базаһында йәш спортсыларҙы өйрәтә. Уны ихтирам итәләр. Барыһының да күҙҙәренән осҡон сәсеп тора, сөнки алдыңда спорт мастеры, киң танылған чемпион тороуы ла ихтирам уята. Әммә эш бында ғына түгел. Фәрит Әхмәт улы - киң күңелле, төплө белемле шәхес. Уның уҡыусылары бөгөн дә уны ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Фәрит Әхмәт улы үҙе лә уларҙың уңыштары менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
- Изгелекле, һиҙгер, оҫта остаз булды, - ти уның тураһында стәрлебашлы - бөгөн саңғы ярыштары буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы ағзаһы Амаль Латипов.
... Ҡайһы саҡ ирле-ҡатынлы Хәмиҙуллиндар үҙҙәренең спорт тормошон иҫкә ала. Хәтерҙә күп нимә һаҡлана. Ҙур еңеүҙәр ҙә, күңелһеҙ уңышһыҙлыҡтар ҙа, осрашыуҙар ҙа, киң билдәле спортсылар менән берҙәм сығыштар ҙа була уларҙың. Спорт һәр саҡ улар өсөн ҙур шатлыҡ була. Ҡаҙаныштары күп булыуға ҡарамаҫтан, улар маҡтанып бармай. Ә ваҡытында хәл-шарттар уңышлыраҡ булһа, Фәрит Әхмәт улының был ҡаҙаныштары тағы ла юғарыраҡ булыр ине. Әммә барыбер ғорурланыр урын бар.