Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 14:15

Саҡмағоштар ярҙам һораны

Республика етәкселегенең, йыш ҡына билдәләнгән эш сәфәре программаһынан тайпылып, ҡайһы бер проблемалы биләмәләргә юл тотоуы барыһына ла мәғлүм.

Саҡмағош районы үҙәгендә лә шулай булды. Радий Хәбиров 3-сө биҫтә ихаталарын ҡарап сығырға булды. Бында уны урындағы халыҡ уратып алды. Улар төбәк етәксеһенә ихаталарҙың, тротуарҙарҙың, йәйәүлеләр юлының төҙөкләндерелмәүенә зарланды. Ҡайһы бер йорттарҙың подъездарында ла ремонт талап ителә икән.

Радий Хәбиров белдереүенсә, был ихаталар киләһе йыл мотлаҡ "Башҡортостан ихаталары" программаһына индереләсәк. Ул Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиевҡа халыҡтың подъездарҙы төҙөкләндереүгә бәйле мөрәжәғәттәрен ҡарарға һәм уларҙы киләһе йылға планға индерергә ҡушты.

Йәш әсә Луиза Ғәлләмова балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ул төбәк етәксеһенән ауылға эшкә ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға ярҙам һораны. Радий Хәбиров был мәсьәләне өйрәнергә вәғәҙә бирҙе.
Читайте нас: