Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 09:50

ЕВРОПАЛА БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА БЕЛГӘНДӘР

Тарихи ҡырҡтартма Аһой! Važene přateli, dobry den, ahoj! Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү уңайынан һеҙҙең иғтибарға чехтарҙың "Фәнни һүҙлек. Энциклопедия"һында халҡыбыҙ тураһында яҙылған мәҡәлә табып, уны башҡорт теленә тәржемә иттем. Был энциклопедия 1888 йылдың 15 октябрендә нәшер ителә башлаған, уның эсенә 1801-1888 йылдарҙы эсенә алған мәғлүмәттәр тупланған, йәмғеһе 39 китаптан тора. Халыҡтар тормошоноң төрлө яғын үҙ эсенә алған томдарҙың һәр ҡайһыһы 973 биттән тора, һәр томға өҫтәмә материалдар, аңлатмалар, фәнни текстар һәм иллюстрациялар индерелгән.

Башҡорттар тураһында яҙылған тексты иһә уйламаҫтан өсөнсө томда таптым, унда беҙҙең халыҡ тураһындағы мәғлүмәттәр 1882, 1887, 1888, 1889 йылдарҙа яҙып алынған. Әйткәндәй, энциклопедияла төрки һүҙҙәре тулып ята, уларҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ!
Фәнни йыйынтыҡтың иң тәүге баш мөхәррире – исеме Европаға билдәле Карлов университетының философия фәндәре профессоры Ф. И. Студничка, төп ярҙамсылары – профессорҙар Я. Челоковский, О. Фаестманте, К. Боровой, Ф. Красл. Тәүге томдарын "Пасека Арго" нәшриәте директоры Йозеф Кожан баҫтырған. Авторҙар коллективы 285 кешенән тора: улар араһында профессорҙарҙан тыш яҙыусылар, шағирҙар, банк, ауыл хужалығы, ҡала, район хакимиәте етәкселәре, завод директорҙары, хәрбиҙәр, сиркәү әһелдәре, табиптар, уҡытыусылар, биологтар, математиктар, физиктар, социологтар, иҡтисадсылар һәм башҡа йөҙәрләгән һөнәр кешеләре бар.
Энциклопедия һуңғы тапҡыр 1996 йылда донъя күргән. Әлеге текст чех телендә нисек яҙылған, шулай тәржемә ителде, чех телендәге һүҙҙәрҙе аңлайышлы булһын өсөн тырнаҡтар эсенә алып бирҙем һәм төшөнсәләрҙең тәржемәһе башҡортса яҙылды. Минеңсә, был йыйынтыҡтағы халҡыбыҙ тураһындағы мәғлүмәттәр шул яғы менән ҡәҙерле – Европала халыҡ булараҡ башҡорттар тураһында белгәндәр һәм ҡыҙыҡһынғандар! Ихтирам менән, автор.

Башҡорттар

Башҡорттар – ғәрәп сәйәхәтселәре яҙып ҡалдырғанса, Рәсәйҙең көнсығышында йәшәгән көслө ҡәбиләләрҙән торған ирекле тормош алып барыусы халыҡ. Улар "Ибн-Фаслан" (Ибн-Фаҙлан) яҙмаларында "башжирд", башгирд тигән исем аҫтында тарихҡа инеп ҡалған. Башҡорт халҡын туплауҙа өс ҙур "кмен" (ырыу) ярҙам иткән, улар: "буриансктар" (бөрйәндәр), "тангаурстар" (түңгәүерҙәр) һәм "карагай-капчацки" (ҡарағай-ҡыпсаҡтар). Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорттар угрофин төркөмөнә ҡарай, уларҙың телдәре, йолалары оҡшаш. Башҡорттар урманлы-таулы Уралда таралып, һибелеп йәшәгән, ерҙәре 140–150 мең квадрат километрғаса һуҙыла. Әммә иң боронғо башҡорттарҙың ҡайҙан килеп сыҡҡаны хаҡында мәғлүмәт юҡ, уларҙың берҙән-бер төйәге Урал булғанлығын "Ибн-Фаслан" (Ибн-Фаҙлан) аша беләбеҙ. Үҙенең сәйәхәтнамәләрендә ул башҡорттарҙың боронғо халыҡ булыуы, Волга менән Кама буйында йәшәгән болғарҙар һәм печенегтар менән күрше булыуҙары, ләкин үҙ-ара татыулыҡта, ризалыҡта йәшәүҙәре хаҡында белдерә.
Башҡорттарҙың төп өлөшө Ағиҙел йылғаһы буйҙарын төйәк иткән, Өфө тирәһе һәм ошо ҡалала, Ырымбурҙа, Пермдә күпләп йәшәгән. Йәшәгән ерҙәре көнбайыштан Волга тамағына тиклем барып етеп, көнсығышта Себергә барып тоташҡан. Географик һәм административ үҙәктәре Өфө "губернияһы" (губернаһы) менән генә сикләнмәй: улар Пермь, Ырымбур, Вятск, Ҡазан ҡалаларында ла йәшәгән. Ҡазан канцелярияһы мәғлүмәттәре буйынса, унда бөтәһе 460 317 башҡорт иҫәпләнә: шуларҙың 224 331-е ирҙәр, 235 меңе – ҡатын-ҡыҙ. Ғалим Гельвальдов мәғлүмәттәре буйынса, бөтәһе 750 мең башҡорт иҫәпләнә.
Башҡорт теле – үҙ аллы тел, ул оҙаҡ ваҡыттар башҡа халыҡтар менән аралашыу һәм алыш-биреш итеү арҡаһында үҙгәрештәр кисереп торған, төрөк һәм татар телдәре менән дә оҡшашлығы бар. Башҡорт телен Тобол татарҙары, ҡырғыҙҙар ҙа яҡшы аңлай. Үҙенең үҙенсәлекле грамматик төҙөлөшө һәм әйтелеше буйынса башҡорт теле айырым үҙ аллы тел һанала, алда билдәләнгәнсә, был телдең угрофин телдәре менән дә оҡшашлыҡтары бар. Башҡорттар үҙҙәре биләгән ерҙәрҙә һәм Урта Волга тамағынан башлап Иртышҡаса үҙ туған телдәрендә аралашҡан.
Антропологик билдәләре буйынса, башҡорттар Себерҙең төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш өлөшөндә йәшәүсе татарҙарҙан айырыла. Улар түңәрәк һәм матур йөҙлө, урта буйлы, төҙ аяҡлы, атлағанда аҙымдары ныҡ һәм еңел, мускуллылар, йыуан түгелдәр, һимереүгә бирешмәүсәндәр; тән төҫө буйынса ҡара һәм аҡ йөҙлөләр; киң маңлайлылар, күҙҙәрен бәләкәй тип әйтеп булмай, ҡыҫыҡ күҙлеләре лә, ҙур күҙлеләре лә осрай; күбеһенсә һоро һәм ҡара күҙлеләр, йәшел, күк күҙлеләр ҙә бар; танауҙары ҡыҫҡа һәм оҙон түгел, ауыҙҙары уртаса, ҡолаҡтары ятып тора; ирҙәр һаҡал-мыйыҡ йөрөтә, ләкин һаҡалдары оҙон, мыйыҡтары ҙур түгел; ирҙәрҙең башы мосолмандарға хас ғәҙәт буйынса ҡырып йөрөтөлә, оҙон сәс йөрөтмәйҙәр.
Башҡорттар киндер йәки кизе-мамыҡтан тегелгән күлдәк кейә, күлдәктәренең алғы өлөшө ҡыҙыл еп менән сигелгән. Ирҙәр тубыҡҡа етеп торған елән, киң салбар йөрөтә, ләкин салбарҙары оҙон түгел. Байҙар иһә салбар тышының ике яғынан сағыу таҫма ҡушып тегелгәнен кейә; зәңгәр йәки күк, көрән төҫтәге туҡыманан тегелгән күлдәк кейергә яраталар, уның күкрәк өлөшө сигелгән йәки биҙәлгән була. Аяҡтарында һары йәки зәңгәр төҫтәге оҙон күн итектәр.
Ярлыларҙың эш ваҡытында күлдәк еңе төрөлгән була, күлдәктәре күбеһенсә һоро, аҡһыл төҫтә. Һалҡын ваҡытта һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм ябай ғына кейем кейәләр, аяҡтарындатиренән тегелгән “сандалиҙар” (йәйге еңел аяҡ кейеме) йәки"лычи" (йүкәнән үрелгәнсабата).
Башҡорттарҙа төрлө күндән тегелгән өҫ, баш һәм аяҡ кейемдәре кешенең матди хәлен билдәләй. Әгәр кемдеңдер өҫтөндә ҡиммәтле йәнлек тиреһенән тегелгән кейеме бар икән, ул хәлле иҫәпләнә. Яҡшы кейенеүсе кеше бының менән бик ғорурлана.
Ҡатын-ҡыҙ кейеме ирҙәрҙекенәнәллә ни айырылмай, улар ҙа ябай кейенә: оҙон күлдәк өҫтөнән елән кейә, йәй көнө еңдәрен төрөп йөрөтә. Еләндәре, күлдәктәре иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҙур булмаған тимер йәки көмөш тәңкәләр һәм аҡсалар менән биҙәлә. Был биҙәктәр муйындан башлап тотош күкрәкте ҡаплап тора.
Ҡатын-ҡыҙҙың төп баш кейеме "кашбав" (ҡашмау) тип атала, шунһыҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын күҙ алдына килтереп булмай. Һәр ҡатын-ҡыҙ алтын, көмөш тәңкәләр һәм аҡсалар менән биҙәлгән "кальябаш" (һаҡал) йөрөтә, уның хаҡы хатта 1000 һумға тиклем барып баҫыуы мөмкин. Барыһы ла ҡолаҡтарына көмөш алҡа таға.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәсе ҡара, һоро төҫтә, сәстәрен ике яҡтан оҙон итеп үреп төшөрәләр. Сәс остарына көмөш тәңкәләр ҡушып үрелә, улар эш ваҡытында сыңғырҙап үҙенсәлекле тауыш сығара. Ҡаштары ҡара, тештәре аҡ, тырнаҡтарын, файҙалы тип, үлән ярҙамында ҡыҙыл төҫкә буяйҙар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары пудра, крем ҡулланмай – был бай ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәтенән.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йөҙө һылыу, яғымлы. Улар кейәүгә үҙ теләге буйынса сыҡмай, ҡыҙҙарҙың яҙмышын ата-әсәһе хәл итә. Буласаҡ кейәүҙең йәшенә иғтибар итмәйҙәр, уның матди яҡтан тотороҡло булыуы иҫәпкә алына – был ғаиләнең ныҡлығын тәьмин итергә теләүҙән килә. Атай кеше кейәүҙе үҙе эҙләп таба. Хәлле башҡорттар ҡыҙҙың ата-әсәһенә 3000 һум аҡса түләй, барыһына ла күлдәк-ыштандар һатып ала, ҡыҙҙы ла кейендерә. Һылыу башҡорт ҡыҙҙарын ата-әсәһе байыраҡ кешегә бирергә тырыша. Ярлы егеттәр иһә ҡыҙҙың атаһына Әстерхан кәпәсе кейҙерә, аҙыраҡ тәмәке, тәм-том алып килергә мөмкин.
Ҡатын һайлауҙа ирҙәрҙең хоҡуғы ҙур. Башҡорт ирҙәре борондан күп ҡатынлылыҡ яҡлы, мәҫәлән: бай башҡорт ире дүрт ҡатынға өйләнә ала, ярлылар иһә берәү менән генә йәшәй. Ләкин күп ҡатынлылыҡтың кире яғы ла бар, мәҫәлән: улар һәр ҡайһыһын матди яҡтан тәьмин итергә тейеш. Әгәр ҡатындарына айырым өй һалып бирә алмай икән, мөфтөй өйләнергә рөхсәт итмәй. Бынан тыш күп ҡатынлы башҡорт ғаиләләрендә хужалыҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, балалар тәрбиәләү, ғаиләне ашатыу-эсереү, мал ҡарау, баҫыуҙа, баҡсала эшләү, бынан тыш байлыҡ өсөн дә йыш ҡына бәхәс-ғауға ҡуба. Шул сәбәпле 1864 йылда "муфтим" (мөфтөй) күп ҡатынлылыҡты юҡҡа сығарыу өсөн закон ҡабул иткән.
Башҡорттар таҙа, файҙалы ризыҡтар менән туҡлана. Шуларҙың береһе һарыҡ, һыйыр һөтөнән эшләнгән "крут" (ҡорот), әсегән һыйыр һөтөнән әҙерләнгән "катык" (ҡатыҡ), ҡуйы "каймак" (ҡаймаҡ), туралған һәм сыр ҡушып бешерелгән бишбармаҡ – башҡорттарҙың иң туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡтарынан һанала. Шулай уҡ эсенә туралған ит һалынған "колач" (ҡалас)яраталар, ул һыуҙа ла, майҙа ҡыҙҙырып та әҙерләнә. Был – башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Быларҙан тыш йылҡы һөтөнән эшләнгән "кумис" (ҡымыҙ), әсегән һөттән туғылған айран, "бузу" (буҙа) эсәләр. Иң яратҡан эсемлектәре – бал, уны ҡорт балына йылымыс һыу ҡушып әсетеп әҙерләйҙәр.
Башҡорттар – тыныс холоҡло халыҡ. Улар дуҫлыҡҡа тоғро, тыңлаусан, сабыр, намыҫлы, үҙ баһаһын белгән һәм бик ҡунаҡсыл халыҡ. Күп белергә тырышалар, айырыуса тәбиғәт тураһында бай мәғлүмәткә эйә һәм был сифаттары уларҙың холҡонда асыҡ сағыла. Ләкин ҡайһы саҡта зыян итә. Башҡорттар артыҡ тыныс халыҡ һәм һәлкәүҙәр, яй ҡуҙғалалар. Ләкин үҙҙәренең иҫке ғәҙәттәрен онотмайҙар, шуларҙың береһе, мәҫәлән, ат урлау. Ат урлау элек егетлек һаналһа ла, хәҙер уның өсөн яуапҡа тарттыралар: Себергә "кастрена" (баструк, төрмәгә) ебәрәләр.
Башҡорттар байрам ярата. Иң яратҡан байрамдары – һабантуйҙы яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас уҙғаралар. Байрам башында алланан яҡшы уңыш, муллыҡ теләп доға ҡылына, шунан һуң төрлө уйындар, ат сабышы, йырлашыу, бейешеү башлана. Башҡорттарҙың бейеүҙәре күңелле булһа ла, йырҙары бик моңһоу, уларҙың йырҙары менән угрофин халыҡтары йырҙары араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ бар.
Иң ябай музыка ҡоралдары – "кобыз" (ҡумыҙ) һәм Европала таралған “кларинет” (ҡурай), тик ҡумыҙҙа күпселек ҡатын-ҡыҙ уйнай. Башҡорттарҙың яҙма әҙәбиәте юҡ, ләкин ауыҙ-тел ижады үҫешкән.
Ҡалаларҙа йәшәүсе башҡорттар сауҙа итә, ауылдарҙа йәшәүселәре крәҫтиәнлек эштәре менән мәшғүл. Күбеһенсә бал ҡорто үрсетәләр, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр, йылҡы малы тоталар. Ирҙәр ағас эшкәртеү эшен ярата, был эштә бик оҫталыҡҡа ирешәләр.
Башҡорттар йылҡыны күп тота. Тик уларҙың аттары бәләкәй буйлы һәм матур түгелдәр, ләкин көслөләр һәм йүгеректәр. Һәр хужалыҡта, ғәҙәттә, 30-ҙан башлап 2000-гә тиклем йылҡы малы иҫәпләнә, иң яратып аҫраған малдары ат, дөйә, кәзә, һарыҡ һәм һыйыр, бынан тыш ҡаҙ, күркә, өйрәк, тауыҡ үрсетәләр.
Башҡорттарҙы күсмә халыҡ тиһәләр ҙә, улар ҡышын ағастан үрелгән ситән йәки ҙур ағас өйҙәрҙә йәшәй. Ағас өйҙәрҙе, ғәҙәттә, күмәкләп һалалар, шулай бер-береһенә ярҙам итәләр. Өй эсе биҙәлмәй, артыҡ нәмәләре юҡ, барына риза булып йәшәйҙәр. Элек халыҡ, ерҙәре күп булыу сәбәпле, майҙан башлап көҙ уртаһына тиклем йәйләүҙә тора, көҙгө һыуыҡтар башланғас ҡына, ҡышлау өсөн, йәшәгән ерҙәренә әйләнеп ҡайталар.
Ләкин хәҙер башҡорттар яйлап ултыраҡ тормошҡа күсеп бөтөп бара һәм был хәл менән килешмәйенсә мөмкин түгел. Хөкүмәттең башҡорттарҙы ер эшкәртеү менән шөғөлләнергә мәжбүр итеүе уларҙы ана шулай ултыраҡ тормош менән йәшәргә этәрә. Шулай ҙа ер эшкәртергә, иген үҫтерергә, йәшелсә-емеш тәрбиәләргә артыҡ тырышып бармайҙар һәм был хәл уларҙы ярлылыҡҡа этәрә.
Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр "поһаны" (мәжүси) булған һәм 12 нәмәгә: ҡыш, йәй, ямғыр, ел, ағастар, ат, ҡоштар, һыу, көн, үлем, йәшәү һәм ергә табынып йәшәгән, улар был есемдәрҙе көслө һәм серле иҫәпләгән. 1313-1326 йылдарҙа улар ислам динен ҡабул иткән, “Азбек-хан"ды (Үзбәк хан) үҙҙәре өсөн изге хан тип иҫәпләгән.
Башҡорттар аллаға тоғро халыҡ, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай, дин закондарын еренә еткереп үтәй. Хоҙайға ныҡ ышана һәм тәртип боҙмай. Мәктәптәре, ғәҙәттәгесә, мәсеттәрҙә урынлашҡан, унда малайҙар Ҡөрьән закондарын өйрәнә.Башҡорттарҙың яҡынса 360 шундай мәктәбе бар, уларҙа 7000 "жак" (шәкерт) белем ала. Ләкин был бик аҙ һанала.
Башҡорттарҙың уҡымышлылары бик аҙ, ҡыҙҙарҙы уҡытыу башланып ҡына тора. Дини белем алыуҙа ҙур дәрәжәләргә өлгәшеүселәр өс баҫҡыс аша уҙырға тейеш: "ахунд" (ахун), “моллаһ" (мулла) һәм "азанчи" (аҙансы) – был дәрәжәләрҙәге дин әһелдәренең эше менән "муфти" (мөфтөй) идара итә. Дин белемен уҡытыусыларҙың барыһы ла хәйер-саҙаҡаға йәшәй.
Башҡорттар борон-борондан ҡиммәтле йәнлек тиреләре һәм бал менән сауҙа иткән. Был үҙ сиратында сит-ят халыҡтарҙың уларҙың ерҙәренә үтеп инеүгә сәбәп булған. 1236 йылда “Джезгизхан” (Сыңғыҙхан) Европаны яуларға тырышып ҡараған. Ләкин башҡорттар уға тоғролоҡ белдергән һәм улар яғында хеҙмәт иткән, сөнки Сыңғыҙхан уларҙың диненә теймәгән. Бынан тыш ул башҡорттарға ерҙәрен, “печетэ” (печать, мисәт), байраҡтарын һәм үҙаллылыҡтарын һаҡларға мөмкинлек биргән. Һуңынан монгол-татарҙар ханлығы Әстерхан, Ҡазан, Себер ханлыҡтарына тарҡалғас, башҡорттарҙың да хәле үҙгәргән. Уларҙың Себер ханлығына буйһоноуы уға яһаҡ түләүгә этәргән. Әммә тарихта ике арала талаш-тартыш, һуғыш булғанлығы хаҡында мәғлүмәт юҡ. Шулай уҡ башҡорттарҙың XV быуатҡа ҡәҙәре нисек йәшәгәнлектәре хаҡында ла аныҡ ҡына мәғлүмәт һаҡланмаған.
1556 йылда рус батшаһы Иван Грозный власҡа килгәс, башҡорттар ирекле рәүештә рус батшалығына тоғролоҡ белдерә. Иван батша 1573 йылда элекке Өфө ҡәлғәһе урынына ҙур ҡала төҙөү тураһында бойороҡ бирә. Уның күҙаллауынса, Өфө башҡорттар тарафынан Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтарҙан һаҡлауҙағы төп көстәре тупланған урын булған. Башҡорттар Рәсәй ерҙәрен бик оҙаҡ йылдар тоғро һаҡлаған, ләкин вәғәҙә ителгән ирек булмауы, халыҡтың ярлылана барыуы уларҙың асыуын килтергән һәм 1676, 1707, 1735 йылдарҙа улар рус батшаһына ҡаршы көрәшкә сыҡҡан. Уларҙа барлығы 30 мең башҡорт юҡ ителгән.
Башҡорттарҙың 1755 йылғы сығыштары иһә сәйәсәттән йыраҡ торған һәм быныһы динде сикләү арҡаһында килеп сыҡҡан, тигән ҡараш һаҡлана. Шулай уҡ Е. Пугачев етәкселегендәге 1773 йылғы һуңғы күтәрелеш тә башҡорттарҙы дин байрағы аҫтына туплаған, тигән фекер бар. "Катажина Друһа" (Екатерина Икенсе) был күтәрелеште ҡаты баҫтырған, унан һуң башҡорттар тулыһынса Рәсәйгә тоғролоҡ һаҡлай.
1786 йылда башҡорттар һалымдан азат ителә, 1798 йылда ҡырғыҙҙарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Был һуғышҡа илдең 12 кантонынан йыйылған ирҙәрҙе ебәрәләр. Кантондар башында атамандар торған һәм уларҙы тик рус милләтле кешеләрҙән һайлағандар, ә кантон начальниктары булып башҡорттар һайланған. Уларҙы һәр "юрт" (юрта, йорт) һайлауҙарында халыҡ һайлаған.
1832 йылда рус хөкүмәте кантондар системаһын ябайлаштыра. Башҡорт иле 28 кантонға бүленә, уның төп идара итеү урыны булып Өфө ҡалаһы тора. Кантондар һәм кантон башлыҡтарының эштәре менән рус генералы идара итә. Ләкин 1881 йылдан башлап Өфө губернаһы Ҡазанға буйһондорола һәм ике идара итеү системаһы барлыҡҡа килә. Унда бер үк ваҡытта хәрби эштәр ҙә, граждандарҙың эштәре лә ҡарала.
Башҡорттарҙың Рәсәйгә күрһәткән хеҙмәттәре күп, шуларҙың береһе – уларҙың Ырымбур ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнашыуы. Был кордон Рәсәй менән Азия араһында ҙур кәртә булып торған, уны икенсе төрлө полиция үҙәге тип тә атарға мөмкин. Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен 17 йәштән башлап 40 йәшкә тилемге башҡорт ир-егеттәре һаҡлаған. Сик буйы хеҙмәтенә һәр ир кеше үҙ аты, үҙ кейеме һәм ҡоралдары менән киткән. Уларҙың ҡылысы, уҡ-һаҙағы, һөңгөһө булған, шуға өҫтәп башҡорттарҙы туптан атырға өйрәткәндәр. Тоғро хеҙмәте өсөн Рәсәй ҡаҙнаһынан һәр һалдатҡа айына бер мәртәбә 1 һум аҡса түләнгән. Башҡорт ир-егеттәре Рәсәйҙә иң оҫта һыбайлылар һанала. Башҡорт халҡы Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан һәм унда ҙур батырлыҡтар күрһәткән.

Миләүшә ГОДБОДЬ,

Чехия.

Шоңҡар журналынан.

Читайте нас: