Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 10:28

Башҡорт теле менән урыҫ телен нимә бәйләй?

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова туған телебеҙҙе заманса шарттарҙа үҫтереү, йәштәр араһында популярлаштырыу эшен алып бара. Бөгөн ул Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Урыҫ тел институтында эшлекле осрашыуҙар үткәреп ҡайтты.

Унда ул РФ-ың туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Владимир Соболев менән осрашып, киләсәктә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килеште.


"Бергә эшләргә, тәжрибә уртаҡлашырға, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләштек. Бик күп текә, үҙенсәлекле саралар эшләйәсәкбеҙ. Өфөгә ҡанатланып остом! Килешеү проектын әҙерләп, тиҙ арала эш башларға тип торабыҙ! Һау бул, Мәскәү! Башҡорт телен ҡеүәтләгәнең өсөн рәхмәт!"- тип кисерештәре менән уртаҡлашты Гөлназ Рауил ҡыҙы.

Бик тә ҡыҙыҡлы! Беҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ башҡорт телен йәштәр араһында, заманса шарттарҙа үҫтереү проекттарын!

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: