Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 12:36

Дүртенсе саҡырылыш Стәрлебаш районы муниципаль район Советының сираттан тыш утыҙ икенсе ултырышы тураһында информацион белдереү

Район хакимиәте башлығы бурыстарын Р.К.Рахманғолов башҡарасаҡ Йома көндө, 2 августа, район хакимиәтенең ултырыштар залында муниципаль район Советының сираттан тыш утыҙ икенсе ултырышы үтте. Ултырыш эшендә депутаттарҙан тыш, Республика Башлығының муниципаль берәмектәр менән эш алып барыу буйынса идаралығы етәксеһе И.Р.Әхмәтвәлиев, республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Р.Р.Нуриәхмәтов, БР Башлығы Идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эш итеү буйынса бүлектең баш советнигы И.И.Мухьянов, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның урынбаҫарҙары, район прокуроры бурыстарын башҡарыусы, район хакимиәте бүлектәре начальниктары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждениелар, ойошма, хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев алып барҙы.

Көн тәртибенә өс мәсьәлә ҡуйылды: «Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш район муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыуҙы йөкмәтеү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыуға конкурс үткәреү тураһында».

Беренсе мәсьәләне тикшерә башлағас, Юнир Ханмырҙа улы йыйылыусыларға Ф.З.Туҡтаровтың район хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуы тураһында ғариза тапшырыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Район Советы депутаттары тарафынан был ғариза ҡәнәғәтләндерелде. Шулай итеп, Фәнүр Зөфәр улы ағымдағы йылдың 2 авгусынан Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен тапшырҙы.

Икенсе мәсьәләне тикшергәндә 2 августан район хакимиәте башлығы вазифаһын биләгәнгә тиклем конкурс һөҙөмтәһе буйынса район Советы тарафынан тәғәйенләнгән кеше - быға тиклем Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары үҫеше буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән Рахманғолов Рөстәм Камил улына район хакимиәте башлығы бурыстарын башҡарыуҙы йөкмәтеү тәҡдим ителде.

Һуңғы мәсьәлә буйынса шулай уҡ район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев сығыш яһаны, артабан депутаттар тарафынан Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыуға конкурс үткәреү тураһында ҡарар проекты ҡабул ителде.

Артабан һүҙ И.Р.Әхмәтвәлиевҡа бирелде. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге исеменән ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп һәм депутаттарға мөрәжәғәт итеп:

- Бөгөн һеҙ мөһим, етди ҡарар - 2012 йылдан һеҙҙең менән район хакимиәте башлығы сифатында эшләгән Фәнүр Зөфәр улының отставкаһын ҡабул иттегеҙ. Ул - һеҙгә бик яҡын кеше, ғүмеренең күп өлөшөн тыуған районында йәшәгән. Ул баш агроном да, «Спутник» колхозы рәйесе булып та эшләгән. Шуға күрә, районда үткәргән шаҡтай ҙур эш өсөн уға рәхмәт белдереү урынлы булыр, - тип билдәләне Искәндәр Рәүеф улы.

Һүҙе аҙағында И.Әхмәтвәлиев йыйылыусыларҙы Ф.З.Туҡтаровҡа күп йыллыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте, Стәрлебаш районының социаль - иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен биреү тураһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбировтың Указы менән таныштырҙы, артабан көслө алҡыштар менән Фәнүр Зөфәр улына күкрәккә таға торған тейешле билдә тапшырҙы (өҫтәге һүрәттә).

Үҙ сиратында, Фәнүр Зөфәр улы депутаттар ултырышында был көндө килеүселәргә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.

- Ете йыл дауамында мин һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тойҙом. Беҙ Стәрлебаш районы халҡы мәнфәғәтендә эшләнек. Төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә лә эшебеҙҙә һәр ваҡыт асыҡ булдыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем, - тип тамамланы ул һүҙен, шулай уҡ залда ултырыусыларға яңы етәкселеккә район хакимиәте эше үҙенсәләгенә төшөнөргә ярҙам итеүҙәрен һорап.

Ф.З.Туҡтаров районға етәкселек иткән йылдарҙа, район Советы һәм хакимиәте Стәрлебаш районы халҡының йәшәү шарттарын, уларҙың именлеген һәм уңайлылығын яҡшыртыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуйып, тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп эшләне тип билдәләп, район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев Фәнүр Зөфәр улына берҙәм, һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары исеменән район финанс идаралығы начальнигы Ф.Ғ.Шәрипова сығыш яһаны. Ул шулай уҡ һуңғы ете йылда тап уның ярҙамы менән райондың инвестициялар төрөндә етерлек аҡса тәьмин ителеүен, бының ярҙамында районда ҙур күләмдә төҙөкләндереү эштәре башҡарылыуын билдәләп, Фәнүр Зөфәр улына районға оҫта етәкселек иткәне, һөнәри оҫталығы, төплө белемле һәм кешелекле булғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Шулай уҡ район Советы депутаттары исеменән район Советы депутаты М.Ғ.Ноғоманов, район ауыл биләмәләре башлыҡтары исеменән Ф.Ғ.Ҡотлошин, район ветерандар Советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдинов Ф.Туҡтаровҡа берҙәм эш өсөн рәхмәт белдереп, бик күп йылы рәхмәт һүҙҙәре әйтте.

Ошоноң менән Совет ултырышы үҙ эшен тамамланы.

Гөлназ ДЕНИСОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: