Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 16:43

Бер нисә сит тел уҡытыласаҡ

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл сентябрҙән Өфөнөң “Сағыу” биҫтәһендә ике – 44-се һәм 162-се полилингваль мәктәптәр эшләй башлаясаҡ.

Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо турала белдергәйне. Күп тә үтмәне, республикабыҙ Хөкүмәте тарафынан проектҡа старт биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды, ул ошондай 14 белем биреү учреждениеһын асыуҙы күҙ уңында тота.


Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған белем усаҡтарында уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм бүтән телдәрҙә алып барыласаҡ. Төштән һуң иһә балалар спорт секцияларында, һынлы сәнғәт, музыка һәм бейеү студияларында, техник түңәрәктәрҙә, тел өйрәнеү клубтарында шөғөлләнәсәк, уларға лидерлыҡ һәләттәрен асыу йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре биреләсәк.


– Мәктәп белемен алға этәреүҙә әлеге 14 гимназия локомотив булырға тейеш, – тине республика етәксеһе.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: