Закон мохтажлыҡ критерийҙарын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә ҡабул ителде. Элек йән башына тура килгән килем күләме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының 1,5 тапҡырға арттырылған дәүмәленән юғары булмаһа ғына ғаиләләр түләүгә хоҡуҡлы һаналды. Хәҙер уны килемдәре йәшәү минимумы күләме ике тапҡырға арттырылған дәүмәлдән түбәнерәк булғандар аласаҡ. Үҙгәрештәр беренсе йәки икенсе балаһы тыуған ғаиләләрҙең 70 процентына ҡағыласаҡ.