Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 13:47

Кейеҙ баҫырға теләһәң, Сибайға кил!

Кейеҙ баҫыу – башҡорт халҡының борондан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙҙың кәсебен тергеҙеү маҡсатында ҡул эштәре оҫтаһы, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина Сибай ҡалаһында кейеҙ баҫыу буйынса йыл һайын оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Кейеҙ баҫырға теләүселәр өсөн был сара быйыл 4 августан 24 авгусҡа тиклем сәнғәт колледжы алдында ойоштороласаҡ. Яҡынса 7-8 дәрес булыуы көтөлә. Ә инде 24 август ҡала көнөндә үтәсәк Кейеҙ байрамында һәр кем эшләгән эшен күргәҙмәгә ҡуя ала.


Традицион кейеҙ баҫыу оҫталыҡ дәрестәренә теләгән кеше килә ала. Билдәле булыуынса, кейеҙ баҫыу өсөн һарыҡтың көҙгө йөнө ҡулланыла. Уның тетелгән булыуы ла мотлаҡ. Шуға күрә тетелгән әҙер таҙа йөн алып килеү шарт. Шулай уҡ “Эффект” тип аталған кер һабыны ла кәрәк буласаҡ.


Кейеҙ баҫырға өйрәнергә теләге булған һәр кем Асия Солтан ҡыҙының оҫталыҡ дәресенә килә ала. Йылы һәм йомшаҡ, сифатлы кейеҙ эшләргә теләүселәрҙе Сибай ере көтөп ҡала.
"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас: