Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2019, 10:08

ВЛАДИМИР ПУТИН АЛДЫНҒЫ СТУДЕНТТАРҒА ГРАНТТАР ҺАНЫН АРТТЫРЫРҒА ҠУШТЫ

Президенттың йөкләмәһе үҙ һәләттәрен күрһәткән магистратура студенттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Хөкүмәтенә 2020-2021 уҡыу йылына президент гранттарының һанын 5 меңдән 6,5 меңгә тиклем арттырыу проектын эшләргә ҡушты.


Бюджет нигеҙендә магистратура программалары буйынса көндөҙгө уҡыу формаһына ингән уҡыусыларға өҫтәмә 1500 грант биреләсәк.


Проектты тәҡдим итеү осоро быйыл 31 октябрға тиклем.
Читайте нас: