Һауа-десант ғәскәрҙәренә һәр кемде алмауҙарын барыһы ла белә. Унда иң яҡшылар - иң көслө, түҙемле, ихтыярлы егеттәр эләгә. Ринат - шуларҙың береһе. Күп балалы ғаиләлә үҫә. Уларҙың әсәһе Зәлифә Рамаҙан ҡыҙы биш балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Шуға күрә Ринатҡа бала саҡтан уҡ йортта ла, колхозда ла ауыр крәҫтиән хеҙмәте таныш.
Уларҙың бәләкәй ауылында мәктәп өс йыллыҡ ҡына була. Дүртенсе класҡа уҡыусылар 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәгенә йөрөп уҡый. Көҙөн, һыуытҡас, һәм ҡышын, аҙна дауамында интернатта йәшәйҙәр, ял көндәрендә өйҙәренә ҡайталар. Ҡышын саңғыла, йәйен йәйәүләп. Һәм бына шулай, дүртенсе кластан алып һигеҙенсе класты тамамлағансы, Ринат көн дә мәктәпкә һәм кире 30шар километр юл үтә! Әлеге мәктәп уҡыусылары, беҙ ҙә, өлкәндәр, бындайҙы хатта күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
- Бындай физик көсөргәнеш мине ныҡ сыныҡтырҙы, - тип һөйләй Ринат Сәйфулла улы. - Мин саңғыла ла һәйбәт йөрөй торғайным, ошо спорт төрө буйынса район ярыштарында еңеү яулай инем.
Бынан тыш, ул турникта яҡшы күтәрелә, был йәһәттән уға мәктәптә тиңдәр булмай һәм киләсәктә армияла уға был бик ярҙам итә.
Һигеҙ класты тамамлағас, Ринат физкультура техникумына документтарын тапшыра. Әммә... бында шөғөлләнеү өсөн һәйбәт спорт формаһы, кроссовкалар кәрәк була, һәм ҙур ҡалала, Стәрлетамаҡта, туғандарынан алыҫта йәшәү ҙә аҡса талап итә. Ауылда яңғыҙ әсәһе генә булған егеткә уларҙы ҡайҙан алырға? Уның әсәһе балаларына ярҙам итергә тип бөтә көсөн һалып тырышып эшләһә лә, аҡса еткерә алмай. Һәм шул саҡ хәрби комиссариаттан да армияға саҡырыу ҡағыҙын бик урынлы килтереп бирәләр.
Ул һәр малай хеҙмәт итергә хыялланған ғәскәргә эләгә. Ябай һауа-десант ғәскәрҙәренә генә түгел, ә данлыҡлы 76-сы Псков гвардия һауа-десант штурм дивизияһына алына, бында иһә заманса йәштәр элитаһы - ҡыйыу, Тыуған илен яратҡан, уға һәм дуҫтары өсөн ғүмерен бирергә әҙер булған егеттәрҙе алалар. Уның тапҡыр, билдәле девизы: «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!» тип яңғырай.
- Мин унда эләгеүемә шатмын, - тип иҫәпләй Ринат Сәйфулла улы. - Беҙҙән ысын яугир әҙерләнеләр. Сөнки десантсы - ябай һалдат һәм форма түгел. Был күңел торошо. Дедовщина булманы. Киреһенсә, өлкәндәр яңы килгән һалдаттарға ярҙамлашты. Сөнки йөкләмәләр ҙур ине. Парашют - быныһы бер. Мин тәүге тапҡыр һикергәндә бөтөнләй ҡурҡманым, сөнки уның тураһында күҙ алдына ла килтермәй инем. Унда иң мөһиме - АН-12 вертолетының асыҡ люгына йүгергәндә йығылмаҫҡа. Сөнки һинең артыңда тиҫтәләрсә һалдат тора. Йығылһаң, тапап китеүҙәре ихтимал.
Уның иҫәбендә парашюттан 13 тапҡыр һикереү. Ә тағы ла төрлө дистанцияларға, 30 км тиклем 7,5 кг гранатомет, әйберҙәр менән йөҙҙәрсә марш-бросоктар. Был 16 килограмға тиклем әйбер күтәреп йүгереү тигән һүҙ.
Юғарыла әйтеп үтеүебеҙсә, ул турникта һәйбәт күтәрелә. Ә армияла унда бөтөнләй «ҡояш» кеүек әйләнә, был һәр кемдең ҡулынан килмәй. Физик яҡтан көслө егеткә ярты йылдан һуң «ВДВ отличнигы» значогын тапшыралар һәм уны - ысын десантсы, тип айырыуса билдәләйҙәр, ә был - иң юғары баһа.
Ике йыл хеҙмәт итеп, рота, батальон, дивизия, штат уҡыуҙарында ҡатнашып, Ринат тыуған ауылына ғәййәр десантсы булып ҡайта. Ә йәйен Аксен ауыл хужалығы техникумына документтарын тапшыра. Уны тамамлап, Белорет ҡалаһына бара, бында яҙмышын осрата. Ҡуңыр күҙле, ҡуйы оҙон сәсле Фәрзәнә Бөрйән районының Байназар ауылынан була. Ринат менән йәш ҡыҙ Белорет педагогия училищеһында уҡығанда осрашалар. Буласаҡ уҡытыусы ғәййәр десантсыны шул тиклем ғашиҡ итә, һәм ул, уйлап та тормайынса, уның артынан Федоровка районына китә (бында ҡыҙҙы ваҡытлыса эшкә ебәрәләр). Ә һуңынан улар Фәрзәнәнең апаһы йәшәгән Стәрлебаш ауылына күсенәләр. Ул бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала. Ғаиләләге дүрт бала бер ваҡытта ла айырылышмайбыҙ тип үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡан була.
Һәм байтаҡ йылдар, десантсылар кеүек үк, ирле-ҡатынлы Малабаевтар туғандарына аяҡҡа баҫырға ярҙамлашып, «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!» тигән девиз аҫтында йәшәй.
Ошо йылдар дауамында Ринат Сәйфулла улы Стәрлебаш күперҙәр төҙөү ойошмаһында бригадир, РАЙПОла инженер була һәм байтаҡ йылдар Себерҙә эшләй. Хаҡлы ялға күптән түгел генә сыҡҡан. Уға 61 йәш булһа ла, уны эштән бушатыу тураһында ғаризаһын ике тапҡыр кире ҡағалар. Әммә уның буш ваҡыты бөтөнләй юҡ. Хужалыҡта күп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Фәрзәнәнең бөтә ғүмере тиерлек урындағы училищела уҡытыуға һәм район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеүгә бәйле. Улар ике һылыу ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Икеһе лә Себерҙә йәшәй. Лилиә - уҡытыусы, Розалина - юрист.
Малабаевтар - бәхетле олатай һәм өләсәй, уларҙың ике ейәнсәре һәм Әмир исемле ейәндәре бар, ул, әйткәндәй, олатаһына бүләк кеүек, уҙған йылдың 2 авгусында - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә тыуған. Ғаиләнең тағы ла бер иҫтәлекле көнө бар. 1 августа уларҙың ғаилә союзына 40 йыл. Ринат Сәйфулла улы 2 августы бик тулҡынланып көтә. Хеҙмәттәштәре менән төшкән аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәре менән армия альбомын ҡәҙерләп һаҡлай. Тап ул район десантсыларын тәүгеләрҙән булып йыя башлай. Бөгөн, 2 августа, тельняшкаһын, башына зәңгәр беретын кейеп, ул ҡатыны менән үҙе кеүек десантсылар менән осрашыуға бара. Әйткәндәй, был ғаиләлә десантсы формаһы бөтәһендә лә: ғаилә башлығында, йәмәғәтендә, ейәнсәрҙәрендә, шул иҫәптән бөгөн бер йәше тулған ейәне Әмирҙә лә бар. Ә тағы ла ул военторгтан хәрби туғанлыҡ символдары менән байраҡ алып ҡайтҡан, уны ла осрашыуға алып барасаҡ. Уның машинаһында хатта ВДВ флагы һәм ошо ғәскәр атрибуттары бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул - ысын десантсы. Хеҙмәт иткәндән һуң 41 йыл үтһә лә, ул үҙен десантсы итеп һанай һәм: «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!» принцибы буйынса йәшәй.
Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Һүрәттән: Ринат Малабаев ейәне Әмир менән.
Р.Малабаевтың фекере буйынса, егеттәргә армияла мотлаҡ хеҙмәт итергә кәрәк. Унда уларҙың рухы һәм тәндәре нығына, йәнәшәңдә бергә барғандарға ярҙам итергә, командала эшләргә, өй, ата-әсәләре һәм дуҫтарының ҡәҙерен белергә өйрәнә, Тыуған илгә һәм бурысыңа тоғролоҡ, дуҫлыҡ, яуаплылыҡ, хәрби туғанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙең нимә аңлатыуын аңлай башлай...