Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2019, 10:48

500 сабый балалар баҡсаһына барасаҡ

500 урынлыҡ балалар баҡсаһы буйынса проект эшенә тендер үткәреү хаҡындағы мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында донъя күрҙе. Килешеүҙең яҡынса хаҡы – 13,2 миллион һум.

Өфөнөң Октябрь районындағы Глумилин-3 биҫтәһендәге яңы бина өс ҡатлы буласаҡ, унда 23 төркөм урынлашасаҡ, тип фаразлана.

Тендерҙа ҡатнашыуға ғаризалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Килешеү ҡул ҡуйылған мәлдән 190 көн эсендә үтәлергә тейеш.

"Башинформ".

Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: