Шуға күрә ҙур йыйындан һуң Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһының эше тап яңы заманса шарттарҙа, яңы ҡараш менән федераль дәүләт стандарттарын иҫәпкә алып, башҡорт теленә бәйле килеп тыуған һорауҙарҙы ыңғай хәл итеү тураһындағы һөйләшеүгә, яңы тәҡдимдәр менән уртаҡлашыуға бәйле булды.
Комиссия ағзалары менән таныштырып китәйек: кураторы – Өфө киң профилле һөнәри белем биреү колледжы директоры Сынтимер Баязитов, рәйесе – Өфө дәүләт нефть техник университеты президенты Айрат Шаммазов, уның урынбаҫары – яҙыусы, сценарист Зөһрә Бураҡаева, ағзалары – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгесе Ғаяз Бикбулатов, мәғариф проекттары етәксеһе, Силәбе өлкәһе егете Владислав Габов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова. Сарала ҡатнашыусылар фекер алышыуҙы көнүҙәк мәсьәләләрҙән башланы. Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәре лә ултырышта бөгөнгө проблемаларҙы хәл итә башлау иң тәүҙә башҡорт мәктәптәренең уставын дөрөҫ итеп раҫлау тураһында фекер индерҙе. Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының Уставын ҡарап, башҡаларҙыҡын да уның нигеҙендә яңыртыу мөһим, тине улар. Зөһрә Бураҡаева үҙ сығышында башҡорт мәктәптәрендә тик башҡортса уҡыуҙы талап итеп ҡуйырға кәрәклеген билдәләне.
Ултырышта комиссияның ярты йыллыҡҡа эш планы раҫланып, тел буйынса белгестәрҙе, эксперттар йәлеп итеү тураһында килешенде. Шулай уҡ төп документ – Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһына тәҡдимдәр ҙә индерелде. Сарала Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова ла ҡатнашты һәм Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһын эшләүҙә республикабыҙҙың билдәле телселәре, күренекле ғалимдар булыуы тураһында әйтте.
Бөгөн, әлбиттә, башҡорт йәмәғәтселегенә балаларыбыҙҙы милли рухта үҫтерәбеҙ тиһәк, иң тәүҙә башҡорт балалар баҡсалары һанын арттырыу яғын ҡарарға кәрәк. Ә уның өсөн тәү сиратта ата-әсәләрҙең үҙҙәренең һүҙе, ғаризаһы, теләге кәрәк. Башҡорт балаларына күрһәтерлек йәнһүрәттәр төшөрөү, ҡыҙыҡлы китаптар нәшер итеү эшен дә киң йәйелдереү мөһим. “Тамыр” телеканалы алып барған эшкә шәхси каналдар ҙа, теләге булғандар гранттар аша ла йәнһүрәттәр төшөрөү эшенә үҙ өлөшөн индерә ала. Бөгөн шул кәрәк, был кәрәк тип түгел, шуны эшләй башланым, был проектты тормошҡа ашырабыҙ, тигән ниәттәр кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, хоҡуҡи, ҡануни яҡтан беҙҙең телебеҙ ҡурсаулы, заман ҡуйған ҡаршылыҡтарға, һорауҙарға яуап бирергә лә өйрәнә башланыҡ шикелле.
Комиссияның кураторы Сынтимер Баязитов әйтеүенсә, башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәре өсөн беҙгә замана талап иткән милли кадрҙар әҙерләү ҙә бик мөһим. Милли мәктәптәр өсөн айырым уҡыу планы ла булыуы шарт.
Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу юлдары күп. Һәр кемдең үҙ кимәлендә был эште тормошҡа ашырыуҙы хәстәрләүе лә мөһим. Мәҫәлән, әгәр телде өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылып та, бала башҡортса бер һүҙ ҙә белмәгән ғаиләлә үҫә икән, мәктәптә генә туған тел моңон һеңдерә алырмы һуң? Иң тәүҙә ғаиләлә башҡорт рухын тәрбиәләү зарур. Икенсе шарт – ул мәктәпкәсә белем биреү һәм мәктәптә, уҡыу йорттарында башҡортса белем алыу, фекерләү кимәлен үҫтереү. Хәҙерге көндә шәхси мәктәптәр, муниципаль белем биреү учреждениелары аша ла туған телде өйрәнергә була. Был юлды ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Өсөнсө кимәл – ул йәмәғәт ойошмалары һәм башҡарма власть аша телде өйрәнеү, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү юлдарын хәстәрләү.
Уҙған йыл республикабыҙҙың ата-әсәләр комиссияһы халыҡтан 16 меңдән ашыу ҡултамға йыйып, федераль кимәлдә туған тел мәсьәләһенә иғтибар итерлек шарттар тыуҙырҙы. Бөгөн әгәр Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы республика етәкселеге ҡурсауы менән яҡлана икән, тимәк, халыҡтың, йәмәғәтселектең фекере власть органдарына барып еткән. XXI быуатта йәшәгән башҡорт милләте алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе дипломатик юл, һөйләшеп-килешеү ысулы менән хәл итергә тырышырға тейеш. Йыйындарҙа тауыш сығарыу, ғәм халыҡ алдында ғауғалау күптәрҙең ҡулынан килә. Ә бына цивилизацияның ошо дәүерендә милләтеңде башҡалар алдында яманатлы итмәү – шулай уҡ рухи, эске зыялылыҡ кимәле ул.
Башҡортостан Республикаһындағы милли мәғарифты үҫтереү буйынса ҡабул ителгән закондар федераль кимәлдә лә яҡлау табырға тейеш. Беҙҙең төбәктән сыҡҡан депутаттарҙың фиҙакәрлегенә, сәменә, профессиональ кимәленә таяна, башҡорт йәмәғәтселеге генә түгел, Башҡортостан мәғарифы!
"Башҡортостан" гәзитенән.