Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 11:30

Башҡортостанда яңы юл билдәләре ҡуйыла

Аварияларҙың 43 проценты юл билдәләре булмауына бәйле.Республика буйынса 400 мең знак етмәй. Был яуаплы эш ни өсөн үтәлмәй һәм юл билдәләре ҡайҙан юл ала?

Билдәләрҙе юл хужалығы идаралығы хәстәрләргә тейеш. Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәүе аҙым һайын.


Метал яҫмалар тәүҙә бөгөлә , артабан кәрәкле формаға һалына. Республика өсөн юл билдәләре Башкиравтодор ойошмаһының Ремстройдормаш заводында етештерелә. Көнөнә 150 тирәһе яңыһы әҙерләнеп ҡала һәм райондарға оҙатыла.


Юл билдһе өс төрлө ысул менән эшләнә. Металл яҫманы буярға мөмкин, кәрәкле һүрәтте принтерҙа баҫып йәбештерергә һәм апликация менән. Заводта өсөнсө ысул һайланған. Ойошмала эш туҡталғаны юҡ, бигерәк тә йәй- ҡыҙыу мәл.


Мәғлүм булыуынса, юлдарҙа бигерәк тә төп йүнәлеште күрһәткән бидәләр ҡуйылмаған урындар күп. Бөгөн Шишмә районының Ирек ауылы янында тап ошондай знактар урынлаштырылды.


Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тәүге ярты йыллыҡта төбәк һәм муниципаль юлдарҙа ике меңдән ашыу яңы билдә ҡуйылған, өс меңдән ашыуы алыштырылған. Әммә был аҙ, сөнки республика буйынса әле 400 мең тирәһе юл билдәһе урынлаштырыу кәрәк..
Читайте нас: