Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 16:47

Ғүмер ахырынаса – төрмәлә

Көмөшкәнән ләх булғансы иҫереп, олатаһының мунсаһында тәрән йоҡоға киткән Илгиз Әхмәтов*, моғайын, иректә һуңғы ....

..... сәғәттәрен уҙғарыуын, артабан ғүмере ахырынаса төрмә камераһында ултырасағын башына ла килтермәгәндер. Ҡаты эләүкәлә йоҡоһон туйҙырғансы аунарға тура килмәй егеткә, өс-дүрт сәғәт тә үтмәй, уны полицейский уята һәм ҡулға ала.


Шунда ғына Илгиз асалаҡ-йомалаҡ күҙҙәре менән олатаһының ялҡын сор­наған өйөн, уның тирәләй йүгергеләгән кешеләрҙе, янғын һүндереү машинаһын шәйләй. Аҡрынлап иҫ йыйғас, өйгә утты үс итеп үҙе төртөүен, янғын эсендә иң яҡын дүрт кешеһенең – атаһы, олатаһы, өләсәһе һәм инсульттан һуң үҙаллы хәрәкәт итеүҙән мәхрүм ҡалған ағаһының һәләк булыу ихтималлығын хәтергә төшөрә. Бәхеткә күрә, ғазаплы үлемгә дусар ителгәндәр берәүгә кәмерәк була: атаһы әсе төтөн еҫенә тонсоғоп уянып китә һәм, янғын эсенән көс-хәлгә сығып, күршеләренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.


Башҡортостан Юғары судының хө­көм ҡарары менән Илгиз Әхмәтов өс кешене ғазаплы үлемгә дусар иткәне, сит милекте утта яндырып юҡҡа сығар­ғаны өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде. Утыҙ йәше лә тулмаған Белорет районы гражданының йәшәү рәүеше, ысынлап та, ғибрәтле һәм уның ошондай түбәнселекле яҙмышҡа аҡрынлап һәм ҡотолғоһоҙ яҡынлашыуын күҙал­лар­ға мөмкинлек бирә. Хөкөм ҡара­рын­дағы хәбәрҙәргә ярашлы, һуңғы дүрт йылда ғына ул Рәсәй Енәйәт кодек­сының 158-се статьяһы (уғрылыҡ) буйынса өс тапҡыр хөкөм эскәмйәһенә ултырған. Спиртлы эсемлектәргә әүәҫ­леге менән айырылып торған, эскән килеш кемгә лә булһа ҡул күтәргән.


Фажиғә буласаҡ көндә Илгиз таң һарыһынан эскелек менән шөғөлләнә, кисен атаһы һәм олатаһы менән дә эсеп ултыра. Холоҡһоҙ малай өйҙө үҙе­неке итеү өсөн тауыш күтәреп, сират­тағы тапҡыр атаһының муйынына йә­бешкәс, олатаһы менән өләсәһе уларҙы көс-хәлгә айырып ала. Бына ошонда тыуа ла инде өйгә үрт һалыу уйы. Ололарҙың барыһы ла йоҡоға талғас, Әхмәтов тышҡа сыға ла зажигалка менән крос­совкаһына ут тоҡандырып, өй стенаһына һөйәй. Унан өйгә кереп, кухнялағы таҫтамалға ут төртә һәм, иҙәнгә таш­лап, өҫтөнә сепрәк-сапраҡ өйә. Йорт хужалары йылдар буйы туплаған кәрәк-яраҡ, шул иҫәптән “Полюс” һыуытҡысы, “Самсунг” телевизоры, стенка – бөтәһе 134,8 мең һумлыҡ мөлкәт янып юҡҡа сыға.


Төрмәлә бер-бер артлы хөкөм срогын үткәргән Әхмәтов бер ҡайҙа ла эшләмәгән, үҙенә яҡты донъя бүләк иткән өлкәндәрҙең пенсияһына тамаҡ аҫраған. Эскән килеш ата-әсәһенән спиртлы эсемлектәр һатып алыу өсөн аҡса таптырған. Ошондай хәлгә сыҙай алмаған әсәһе һеңлеһе янына күсеп йәшәргә мәжбүр булған.


Рәсәй Конституцияһының 35-се статья­һында ил граждандарының хосу­си, шул иҫәптән күсемһеҙ милеккә хо­ҡу­ғы закон тарафынан яҡланыуы хаҡында положение бар. Эйе, хәҙерге баҙар иҡтисады ҡанундарына ярашлы, күсемһеҙ милекте вариҫлыҡҡа ла тапшырып була, әммә бының өсөн милек хужаһының теләге мотлаҡ. Илгиз Әх­мәтов иһә, уны төрмәлә үҙләштергән яҙылмаған ҡағиҙәгә ярашлы алырға ынтылып, уңышһыҙлыҡҡа осраған.


*Исем-фамилиялар үҙгәртеп алынды.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: Яндекс.ру
Читайте нас: