Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 14:54

Ауылдар – айыҡлыҡ юлында

Кешене сәләмәт тормошҡа биләүҙән ылыҡтырыр кәрәк.

“Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлөүе, уның положениелары раҫланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн ошо дәүләт сәйәсәтендәге мөһим яңылыҡтар, коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларҙың – конкурста еңеүселәрҙең әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ниндәй финанс ярҙамы алыуы, ниндәй бурыстар билдәләүе хаҡында һөйләмәксебеҙ.


Әңгәмәсебеҙ – медицина фәндәре докторы, профессор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА.


– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, күптәрҙең теңкәһенә тейгән насар ғәҙәттәр, эскелек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек беҙҙе упҡынға һөйрәгән ҡылыҡ-фиғелдәргә ҡаршы бығаса ла көрәштек, конкурстар үткәрҙек түгелме ни? Журналистар ҙа тик ятманы, ошо темаларға төрлө белгестәр, эшмәкәрҙәр, етәк­селәр, депутаттар менән әңгәмәләр, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторҙо, махсус биттәргә урын йәлләмәнек, айыҡ тормошҡа аяҡ баҫыусылар, өндәүселәр һәм халыҡ сәләмәтлегенә битараф булмаған башҡа бик күп әүҙем замандаштар эштең уртаһында ҡайнаны. Ошо “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ниндәй өмөт бағлайһығыҙ?

– Ҡыялатып әйтелһә лә, тел төбөгөҙҙө аңланым. Йәмғиәтебеҙ өсөн әһәмиәтле программаға Хөкүмәт тарафынан байтаҡ финанс ярҙамы күрһәтелеп тә һөҙөмтәһе беленмәһә, уңайһыҙ булыр, халыҡтың ышанысын юғалтмаһаҡ ярар ине, тип борсо­лаһығыҙҙыр.


Мин дә, баҫмағыҙҙың даими авторы, гәзиттә лә, радио, телевидение тапшы­рыуҙарында ла бик йыш сығыш яһаным. Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ та ошо мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштым.


Республика кимәлендә алып барылған дөйөм эштең һөҙөмтәһе булманы, тип әйтер­гә тел әйләнмәй, әлбиттә. Ыңғай миҫалдарҙы килтереп, һанап тормайыҡ, ул хаҡта бөтәһе лә яҡшы белә.


Быйыл республикала “Айыҡ ауыл” конкурсының иғлан ителеүе бер аҙ һүрелә төшкән йәмәғәт эштәрен йәнләндерер, һөҙөмтәһе лә тосораҡ булыр, тип уйлайым, сөнки конкурстың финанс яғынан нығы­тылыуы, Хөкүмәт тарафынан контролгә алыныуы һәм ошо эшкә янып, ҙур дәрт һәм яңы тәҡдимдәр менән тотонған шәхестәрҙең күп булыуын күрәм.


– Беҙ сәләмәт тормошто йыш пропагандалап, туҡтауһыҙ ошо хаҡта иҫкәртеп торһаҡ, халыҡты ялҡыт­маҫбыҙмы икән? Эргә-тирәбеҙҙә хәмерҙе тәмләп тә ҡарамағандар йәки эсемлектәрҙе ҡулланыу мәҙәниәте булған кешеләр ҙә күп бит.

– Ҡабатлағандан доға иҫкермәй тигәндәй, иҫкәртеп тороуҙың бер кемгә лә зарары юҡтыр, балаларҙың аңына ғаилә мөхитенән, мәктәп эскәмйәһенән зарарлы ғәҙәттәр тураһындағы дөрөҫлөктө һеңдереп барыу кәрәк.


Минеңсә, сәләмәт тормош өлкәһендә халыҡҡа мәғлүмәт етешмәй кеүек. Социологик һорауҙар күрһәтеүенсә, респондент­тарҙың 30,2 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә аңлайышлы, төрлө мәғлүмәттең етерлек кимәлдә булмауына ишаралай. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күбеһе сәләмәт тормошто пропагандалауҙа ҡатнашмай. Ә бит беҙҙә социаль рекламаны үҫтереүҙә әлегә файҙаланылмаған көстәр етерлек.


Июнь айында үткән “Милләт сәләмәтлеге – Рәсәй сәскә атыуының нигеҙе” тип аталған Бөтә Рәсәй форумында һаулыҡ һаҡлау министры В. Скворцова күптәр уйлаған фекерҙе яңғыратты бит: “Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһе мөһим тарихи осорҙо кисерә – йәмәғәт сәләмәтлеге системаһы формалаша”. Был нимә тигән һүҙ? Яңы система норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе үҙгәртеү һәм хәүеф факторҙарына ҡаршы көрәште генә үҙ эсенә алмай. Иң мөһиме – кешене кескәй генә саҡтан уҡ сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу! Тап ошо йәһәттән йәмәғәтселек ойошмалары баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәтә ала. Рәсәй кимәлендәге бер генә миҫалды килтерәм: “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” (етәксеһе Лео Бокерия) – сәләмәтлекте һаҡлаған технологияларҙы әүҙем таратыусы ла, тирә-яҡ мөхитте һәм кеше сәләмәтлеген һаҡлауҙа гранттар буйынса конкурстар ойоштороусы ла.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ошо тәңгәлдә ең һыҙғанып эшләйһе, тор­мошҡа атҡараһы бурыстар күп. Күреүебеҙсә, дәүләт сәйәсәте тап дәүләткә ҡарамаған секторҙың йәмәғәтселек тормошонда киң ҡатнашыуына юл асыуға йүнәлеш алды. Беҙҙең һәр беребеҙ сәләмәт тормошто йәйелдереүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.


– Элек өйөрө менән йөрөгән иҫеректәр ҡалала күптән күренмәй. Хатта бер заман һыраны шешәһе менән тотоп, эсеп йөрөү “мода”ға ингәйне. Тейешле закондар ҡабул итеү ҙә тәртип урынлаштырыуға ярҙам иткәндер. Ситтән ҡарағанда, барыһы ла яҡшы, тыныс, ҡәҙимге тормош менән йә­шәлгәндәй. Әммә эскелек һөҙөмтәһендә көн һайын тиерлек булып торған фажиғәләрҙе, ғаиләләрҙең тарҡалы­уын, юл һәләкәттәрен, һыуға батыуҙар­ҙы күҙаллаһаң, сәс үрә торорлоҡ!

– Эскелектең юғары кимәлдә булыуын һандар ҙа яҡшы күҙ алдына баҫтыра. Яңы тыуған сабыйҙан алып иң өлкән кешегә тиклем һәр йән башына йылына ун литр алкоголле эсемлек тура килә. Өҫтәүенә дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү һәм сәләмәт­легеңде хәстәрләү буйынса ҡыл да ҡыбыр­латмау, теләк булмау, ваҡытында табиптарға күренмәү ғүмер оҙайлылығын арттырыуға кәртә булып тора.


Шуға күрә сәләмәт тормош мәҙәниәтен формалаштырыу өсөн властың, бизнестың, белем биреү һәм медицина учреждение­ларының, ғилми институттарҙың көсөн берләштереү мотлаҡ. Бер кем дә яңғыҙы ғына уны хәл итмәҫе билдәле. Хатта халыҡҡа дөрөҫ туҡланыу буйынса ябай ғына ҡағиҙәләрҙе аңлатып, ғәҙәткә әүерелдерә алһаҡ та, ҡайһылай яҡшы буласаҡ (аш-һыуҙы сәләмәтлеккә зарар килтермәҫлек итеп әҙерләү, тоҙ һәм шәкәрҙе ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу һ.б.).


– Ә беҙҙә сәләмәт тормошто үҙ иткән кешеләр күпме тип уйлайһығыҙ?

– Иҫәпләүҙәр буйынса, уларҙың һаны 40 процент самаһы. Киләһе биш-алты йылда уны 60 процентҡаса арттырыу ҡаралған. “Айыҡ ауыл” конкурсы ошо тәңгәлдә республикала этәргес көс булыуы ихтимал. Ауылдарҙа халыҡҡа таяныс булырлыҡ аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, әүҙем ветерандар, йәш белгестәр, уҡытыусылар етәрлек бит.


– Тағы ла бер һорау: ауылдарҙа алкоголле эсемлектәрҙе кәштәләрҙән алырға мәжбүр итеүгә ҡарашығыҙ нисек? Ҡайһы бер ауыл биләмәһе хаки­миәттәренең ошо ысулдарҙы файҙа­ланып та эшләп ҡарағаны хәтерҙә.

– Минеңсә, тыйыу, мәжбүрләү менән генә мәсьәләне тамырынан хәл итеп булмаҫ. Халыҡ үҙе һайлаһын: әгәр ниндәйҙер көсөргәнешле мәлдә араҡы һатыуҙы тыйырға уйлаһалар – үҙҙәренең иркендә, бәлки, был осорҙа эсемлек һатылмауы ҡайһы бер ғаиләләргә еңеллек килтерер. Үҙегеҙ беләһегеҙ, эсергә теләгән кеше зәм-зәм һыуын ер аҫтынан булһа ла эҙләп табасаҡ. Ә бына имен булмаған ғаиләләр менән даими эшләү, контролләү, аңлатыу эштәре алып барыу, минеңсә, үтемлерәк, тәьҫирлерәк булыр ине. Һис һүҙһеҙ, был эш ҡатмарлыраҡ та, көсөргәнешлерәк тә.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: Яндекс.ру

Читайте нас в