Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2019, 18:37

Луиза менән Марат айырылышырмы?

Азамат Ғәлин һүҙендә торҙо: Луиза адвокатһыҙ ҡалды. Ҡатындың атаһы Рәмил Муллаәхмәтов быға бик борсола, хәҙер ҡыҙы өсөн адвокатҡа уға үҙенә түләргә тура киләсәк бит. Ирҙең бының өсөн аҡсаһы юҡ.

Хәтерләйһегеҙҙер, тәүҙә бөтә илгә телетапшырыу аша “мин уйынсы, мин Луизанан аҡса урлаттым да, уларҙы уйнап бөттөм” тип ултырған Марат был һүҙҙәренән баш тарты. Имеш ул Азамат Ғәлин һәм уның ҡатынын яҡлаусылар баҫымы менән ялған һүҙҙәр һөйләгән һәм урлауға уның бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.


– Марат минең менән аралашмай, һөйләшкеһе лә килмәй. Мин көсләмәйем дә, – ти ир. – Хәҙер ул үҙен уйынсы түгел, ти. Мин теге ваҡыт уҡ, тәүге тапшырыу барышында уның ҡомарлы уйындар менән мауығыуы, сирле кеше булыуы тураһында әйткәйнем. Мараттың әсәһе лә бер нимә лә аңлатҡыһы килмәй, бөтәһендә лә Луизаны ғәйепләй. Бында бөтәһе лә аңлашылып тора: Марат һыуҙан ҡоро килеш сыҡҡыһы килә.


Рәмил фекеренсә, кейәүе мөмкин булған иң еңел язаны алырға һәм иреккә сыҡҡас, Луиза менән айырылып, рәхәтләнеп йәшәргә теләй. Бәлки, ысынлап та, йәшергән миллиондары ла барҙыр.


Әйткәндәй, ҡыҙҙар олаталары менән. Ир уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл. Әле уларҙы ял итергә балалар лагерына ебәргәндәр. Ә көҙ ҡыҙҙар уҡырға мәктәптәренә барасаҡ.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: