Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2019, 14:40

11 йәшлек малай...

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова Хабаровск крайындағы лагерҙа һәләк булған 11 йәшлек малайҙы наградлау идеяһын тәҡдим итте.

Социаль селтәрҙәрҙә янғын ваҡытында башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн ярҙамға ташланған һәм утта үҙе һәләк булған кескәй батырға Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында саҡырыуҙар ҙа күп.


Балалар омбудсмены халыҡтың тәҡдимен хуплай, дөрөҫ, ғәҙел ҡарар тип иҫәпләй.


Ҡот осҡос янғындың эҙемтәләрен ишеткәнһегеҙҙер, Холдин тау саңғыһы комплексы эргәһендәге палаткалы лагерҙа 189 бала ял итә. Янғын һөҙөмтәһендә 20 палатҡа яна, һигеҙ бала һәләк булды.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: