Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 12:42

Ҡатын-ҡыҙ нисә бала таба ала?

Матди мөмкинлектәргә һәм социаль-иҡтисади хәленә ҡарап, ғаиләләрҙең 40 проценты икенсе һәм өсөнсө бала табырға теләмәй. Демография хәлен яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, хөкүмәт илебеҙҙә тыуымды арттырыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Ҡатын-ҡыҙҙың бер нисә бала табырға һаулығы бармы икән?

Иртә табыу һәйбәт түгел


Президентыбыҙ белдереүенсә, Рәсәй өсөн өс баланан торған ғаилә норма тип иҫәпләнә. Ә табиптар ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн күпме бала табыу оптималь тип һанай?


Һәр кемдең организмы төрлөсә. Кемдер биш бала ла таба ала, кемдер берәүгә көс-хәл менән ғүмер бирә. Табиптар сабыйҙарҙы табыу араһын ғына билдәләй ала, уларҙың араһы ике йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.


18 – 26 йәш – тәүге тапҡыр бала табыу өсөн яҡшы осор, сөнки организм формалашҡан һәм гормональ фон да өлгөрөп еткән була. Ҡыҙҙарҙың енси яҡтан өлгөрөү нормаһы 12-13 йәштә. Шулай ҙа 10, 15-16 йәштә лә норма тип иҫәпләнә. Был кеше тәбиғәте менән билдәләнә.


Эш тип янып йөрөгән һәм диеталар менән һаулығын зарарлаған ҡатындарҙың күреме туҡтарға мөмкин. Тик был иртәләгән климаксҡа бәйле түгел. Ҡатын-ҡыҙ яҡшы туҡлана башлағас, күрем циклы яйлана. Түллектең иртә ҡаҡшауы тәбиғәттән килә. Ул кемгә янағанын ҡан анализын тапшырып белеп була.


Ҡатын-ҡыҙ бер йыл даими енси тормоштан һуң ауырға уҙа алмаһа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр инде йәше 35-кә етһә, хафаланырға урын бар. Табиптар түлһеҙлектән дауаланырға ике йыл ваҡыт бирә. Был осраҡта ла ауырға ҡала алмайһығыҙ икән, яһалма ауырға ҡалыу тураһында уйланырға ваҡыт.


Оло йәштә бала табыусылар


Тормошта олоғайған көндәрендә лә бала табыу­сылар йыш осрай. Мәҫәлән, элекке ауыл хужалығы министры Елена Скрынник – 51 йәштә, Рәсәйҙең халыҡ артисы, танылған балерина Илзе Лиепа – 46 йәштә, актриса Ирина Безрукова 47 йәштә бала тапты. Бындай миҫалдар буйға уҙа алмаған гүзәл заттарҙы ҡанатландырып ебәрер, моғайын. Ләкин эш, вазифа, карьера баҫҡысы буйлап үҫеү тип кенә бала табыуҙы кисектерергә ярамай.


Һәр ҡатын, әллә ҡайҙан мөғжизә көтөп ятҡансы, 40 йәшкә тиклем ауырға ҡалырға тейеш. Балаларҙың һаулығы нисә йәштә табыуға ла ҡарай, ти белгестәр. 40 йәштән һуң тапҡан сабыйҙарҙың тән ауырлығы әҙ булыуы, күҙ ауырыуҙарының көсәйеүе ихтимал. Шулай уҡ күп ваҡыт улар үҙҙәре таба алмай, баланы ярып алырға тура килә.


Һандар ни һөйләй?


* 35 йәштә ауырға ҡалыу мөмкинлеге 20 йәшкә ҡарағанда ике тапҡырға аҙ. Балаға уҙа алмау буйынса табиптарға мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 40 процентының проблемаһы кәүҙәһенең артыҡ ауырлығы менән бәйле.


* Белгестәр фекеренсә, һәр ваҡыт стресс кисереүсе, бизнес менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында һуңғы йылдарҙа бала таба алмаусылар йышыраҡ осрай.


* Буйға уҙа алмауҙа ҡатын-ҡыҙҙарзың ғына түгел, түлһеҙ ирҙәрҙең дә ғәйебе бар.


* Башҡортостан тыуым кимәле буйынса Волга федераль округында дүртенсе урында тора.


* Былтыр республикала 47411 сабый тыуған, тип белдерә статистика хеҙмәте.
Читайте нас: