Радий Фәрит улы иң тәүҙә былтыр булдырылған “Башҡортостан электр селтәрҙәре” биләмәһенә килде. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы урынында ҙур индустрия паркы булдырырға йыйыналар. Уның генераль директоры Павел Багаев белдереүенсә, бында 123 гектар ерҙә урынлашҡан 112 мең квадрат метрлыҡ етештереү майҙансығы бар. 30-40 йыл эсендә барлыҡ коммуналь селтәрҙәр эштән сыҡҡан, күптәре алмаштырыуҙы талап итә. Инвесторҙар килһен өсөн тимер юл тармағын төҙөкләндереү кәрәк.
Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев белдереүенсә, төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 318 миллион һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаның 75 процентын республика федераль үҙәктән һорай.
Шулай уҡ биләмәлә тағы бер инвестиция проектын тормошҡа ашырырға йыйыналар. Бында мембраналы төргәк материалдары етештереләсәк.
Төҙөлөп бөтмәгән атом электр станцияһы биләмәһендә эшләгән берҙән-бер завод булып “Джут-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте торған. Бында силикатлы кирбес етештергәндәр. Предприятие директоры Марат Маннанов һөйләүенсә, элек был материалдан Өфөлә йорттар һалғандар. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында завод ябылған.
Радий Хәбиров завод директорын киләһе “Төҙөлөш сәғәте”нең береһенә саҡырҙы. Унда кирбес заводы эшмәкәрлеген тергеҙеү юлдары ҡараласаҡ.
Ағиҙел ҡалаһында элекке АЭС урынында бойҙай терминалы эшләй башлаясаҡ. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылған төҙөлөш быйыл тамамланырға тейеш. Ҡорамалдарҙы Төркиәнән килтерәсәктәр.
Бишәр мең тонна ауырлыҡты күтәреүгә һәләтле тәүге ике танкер 20 августа Ағиҙел ҡалаһынан Мэрисель тип аталған Төркиә портына китәсәк, унда суднолар 14 көн эсендә барып етергә тейеш. Унан инде Башҡортостан бойҙайын Иранға оҙатасаҡтар.
“Стапель” йәмғиәте директоры Михаил Кулаков, бойҙай һаҡлай торған биналар әҙер, тип белдерҙе. Ашлыҡты танкерға тултыра торған ҡорамалды ғына ҡуйырға ҡалған. Радий Фәрит улы предприятие етәксеһен яҡын арала үтәсәк “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Михаил Кулаков белдереүенсә, бойҙайҙы һыу транспорты менән оҙатыу иҡтисади яҡтан бик отошло. Әгәр бында тимер юл тармағын да ремонтлаһалар, майҙансыҡтың үҫеш мөмкинлектәре тағы артасаҡ.
“Стапель” йәмғиәте – “Суднолар ремонтлау-төҙөү завод төҙөлөшө” өҫтөнлөклө инвестиция проектын башлап ебәреүсе. Уның беренсе сиратында нефть ҡалдыҡтарын эшкәрткән цех төҙөләсәк. Планлаштырылған инвестиция күләме – 721 миллион һум.
– Был йүнәлеш республика өсөн яңы, беҙҙә суднолар төҙөү эше юҡ ине әле. Ағиҙел киләсәктә инвестициялар йәһәтенән ҙур мөмкинлектәргә эйә булған ҡалаға әйләнергә тейеш. Бында ер һәм буш торған майҙандар бик күп. Беҙ федераль үҙәк булышлығында инфраструктураны үҫтереүҙә һәм ремонтлауҙа ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Ағиҙел ҡалаһында ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау эше менән танышты. Уға тиклем ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов менән Еңеү паркындағы мемориалға сәскә һалды.
Быйыл Ағиҙелдә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Тыныслыҡ урамы, 22 һәм Йәштәр урамы, 22 адрестары буйынса урынлашҡан ике күп фатирлы йорт биләмәһендә эштәр башҡарыу ҡаралған. Бының өсөн биш миллион һум аҡса бүленгән. Ҡала башлығы әйтеүенсә, алты йортта 30 подъезд ремонтланасаҡ, быға 10,4 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров ремонт эштәренең сифатына иғтибар итергә ҡушты.
Әлеге ваҡытта ҡалала 12 подъезд төҙөкләндерелгән, тағы ла 12-һе сиратын көтә.
Йорт ихатаһында Радий Хәбиров Ағиҙел халҡы менән аралашты. Уларҙы башлыса ике проблема борсой. Эшһеҙлек арҡаһында ирҙәр һәм йәштәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә китеп эшләргә мәжбүр. Медицина ярҙамының сифатына ла ялыуҙар күп. Кешеләр әйтеүенсә, дауаханала белгестәр етешмәй, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең эшмәкәрлеге лә ҡәнәғәтләндермәй. Радий Хәбиров табиптарға электрон яҙылыу эшенең нисек ойошторолоуын белеште. Белгестәр етешмәүенә бәйле проблема хәл ителә, был осраҡта муниципаль власть органдары әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә ҡырҡыу мәсьәләләрҙе тикшерергә күрһәтмә бирәсәген белдерҙе.
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Краснокама районында ла булды. Николо-Березовка ауылында ул 1816 йылда төҙөлгән һәм “Никольский храм” тарихи-мәҙәни үҙәгенең бер өлөшө булған Троице-Никольский ҡорамын ҡараны. Радий Фәрит улы ғибәҙәтхана башлығы протоиерей Алексей Тихонов менән аралашты, сиркәүҙең тарихы менән ҡыҙыҡһынды, уның музейын күреп сыҡты.
Был ҡорам һәм Ленин урамындағы төҙөлөштөң бер өлөшө XIX быуат уртаһының үҙенсәлекле сауҙа һәм торлаҡ комплексын тәшкил итә. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин Ленин урамын төҙөкләндереү проектын күрһәтте, унда Кама йылғаһы яры буйына төшөү урынын ремонтлау ҙа ҡаралған. Төбәк етәксеһе биләмәнең туристик йәһәттән мөмкинлеге ҙур булыуын билдәләне һәм яр буйын тулыһынса төҙөкләндерергә тәҡдим итте. Республика үҙ сиратында ярҙам күрһәтергә әҙер.
Район үҙәге Николо-Березовка ауылында Ҡарман балыҡ хужалығы бағыр үрсетә. Генераль директор урынбаҫары Нина Вдовина республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ваҡ бағыр үрсетеү өсөн биомодулдәрҙе күрһәтте һәм проблемалары менән уртаҡлашты. Бында алты йыл дауамында эре балыҡ өсөн ике ҡоролманы төҙөй алмайҙар. Хужалыҡтың мөмкинлектәре ҙур: йылына 200 тоннаға тиклем ҡиммәтле һәм ихтыяж менән файҙаланған балыҡ төрөн үрсетә алалар.
Ҡарман балыҡ хужалығы 1983 йылда ойошторолған. Тәүҙә бында 1991 йылға тиклем тауар һаҙан балығы үрсетелгән. Унан һуң бағыр, бикре, йәйен үҫтерә башлағандар. Киләсәктә мәрсен ыуылдырығы алыу һәм тоҙлау мөмкинлеге бар. Етештерелгән балыҡ супермаркеттарға оҙатыла.
Радий Хәбиров Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусинға предприятие етәкселеге һәм Ауыл хужалығы министрлығы менән бергә хужалыҡҡа ярҙам итеү өсөн субсидия бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Төбәк башлығы фермерҙарҙы алдағы “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Яңауыл төҙөкләнеүен дауам итә
Башҡортостандың иң төньяҡ районы Яңауыл малсылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем эшләй.
Иҫке Ҡоҙаш ауылында 2500 һыйыр аҫрау һәм һауыу, биш мең һыйыр малын һимертеү өсөн тәғәйенләнгән “Һөтсөлөк йүнәлешендәге малсылыҡ комплексы (һөт фермаһы)” тигән яңы проект тормошҡа ашырыла. Проект буйынса инвестиция күләме бер миллиард һум тәшкил итәсәк. Был турала Радий Хәбировҡа “ИТС-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Попов һөйләне.
Күптән түгел предприятие 500 баш малы булған малсылыҡ комплексына эйә булған. Өҫтәмә рәүештә 510 баш тоҡомло мал, 55 миллион һум самаһы торған заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Радий Хәбиров проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты һәм этаптары, дәүләт ярҙамына мохтажлыҡ тураһында һорашты.
Агросәнәғәт өлкәһендәге тағы бер инвестиция проекты – “Яңауыл” теплицалар комбинаты. Һүҙ 20 гектар майҙанда теплица блогы төҙөү тураһында бара. Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыласаҡ. 1,5 гектар майҙанды тәшкил иткән тәүге сиратын 2020 йылда ғәмәлгә индермәкселәр.
Әлеге мәлдә комбинат өс гектар майҙанда урынлашҡан. Былтыр теплицаларҙа бер мең тонна йәшелсә етештерелгән. Предприятие директоры Илдар Маликов белдереүенсә, төп проблема аҡса етмәүҙә һәм комбинат янында 30 гектар буш ер булып, унда етештереү базаһы һәм өҫтәмә инфраструктура төҙөү талап ителмәһә лә, инвесторҙар килмәүендә.
Радий Фәрит улы районға республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә дәүләт ярҙамы төрҙәрен иҫәптә тотҡан проект булдырырға һәм киләһе “Инвестиция сәғәте”нең береһендә теплица комплексы үҫешенең мөмкинлектәрен тикшерергә ҡушты.
Яңауылға китеп барышлай Башҡортостан етәксеһе Сусаҙы-Ябалаҡ ауылына ҡарай һалынып ятҡан биш километр оҙонлоғондағы юл төҙөлөшө барышы менән танышты. Эштәр былтыр уҡ тамамланырға тейеш булған,тик төрлө сәбәптәр арҡаһында әле һаман дауам итә.
Быйыл районда дөйөм алғанда 19,5 километр оҙонлоғондағы юлды ремонтлау күҙаллана. Автомобиль юлдарының 9,5 километрына асфальт түшәлһә, ҡалғанына ҡырсынташ һалыу ҡаралған. Радий Фәрит улы эштәрҙе быйыл уҡ тамамларға ҡушты.
Яңауыл ҡалаһында төбәк етәксеһе Якутов урамында йәшәгән халыҡ менән ихата ремонты барышы тураһында һөйләште. Район башлығы Илшат Вәзиғәтов белдереүенсә, райондың климат һәм рельеф үҙенсәлектәре балалар һәм спорт майҙансыҡтарына йомшаҡ япма һалыу, биләмәне асфальтлау һәм бордюрҙар ҡуйыу йәһәтенән ауырлыҡтар тыуҙыра.
Радий Фәрит улы ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһен һәр яҡлап тикшерергә, проект буйынса халыҡ менән алдан фекер алышыуҙы ойошторорға ҡушты. Эштәрҙе киләһе йыл “Башҡортостан ихаталары” проекты сиктәрендә башларға кәрәклеген әйтте.
Ҡаланың үҙәк майҙанында тулы кимәлдә төҙөкләндереү эштәре бара. Бында фонтан төҙөү, мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү күҙаллана.
Радий Хәбиров район етәкселегенә эштәрҙе быйыл уҡ тамамлау бурысын йөкмәтте. Икенсе йыл “Фольклориада-2020” фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә барыһы ла әҙер булырға тейеш.
"Башҡортостан" гәзитенән.