Ремонт эштәрен «Стәрлебаш Торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы (етәксеһе М.Ф.Фәйзуллин)хеҙмәткәрҙәре башҡара. Эшкә улар уҙған шаршамбы көндө тотонған. Предприятие директоры Филүс Фәйзуллин һүҙҙәре буйынса, әлеге ваҡытта эшселәр әҙерлек эштәре менән мәшғүл - подъезд стеналарын шымартып, грунтлайҙар. Киләсәктә тағы ла тәҙрә рамдарын һәм эске ишектәрҙе пластикка, электр үткәргесте, почта йәшниктәрен алмаштырыу, стеналарҙы һәм иҙәнде буяу (ағас иҙәнде), стеналарҙы ағартыу ҡаралған. Әйткәндәй, стеналар төҫөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайлай ала. Кәрәк булһа профнастилды ла алмаштырасаҡтар.
Подъездарҙы ремонтлау менән бер ваҡытта, «Башҡорт йорто» программаһы буйынса, йорт алды территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланған. Әлегә ерҙе тигеҙләйҙәр, артабан йорт алды территорияһына асфальт түшәләсәк. Бында балалар өсөн уйын майҙансығы урынлаштырасаҡтар, кер киптереү зонаһы, яҡтыртҡыс эшләп, эскәмйәләр һәм урналар ҡуясаҡтар. Бер һүҙ менән әйткәндә, йорт балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы буласаҡ һәм күҙгә күренеп үҙгәрәсәк.
Ә әлегә подъезда ла, йорт алды территорияһында ла эш ҡайнай. Беҙ уның барышын күҙәтеп торасаҡбыҙ һәм эштәр тамамланғас мотлаҡ «отчет» яһаясаҡбыҙ.
Һүрәттә: Подъезд стеналарын шымартыу һәм грунтлау эштәре бара.