Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 13:26

Башҡортостанда 471 пар туй өсөн матур 19.07.2019 датаһын һайлаған

2019 йылдың 19 июлендә Башҡортостанда бик күп туйҙар үткән. Матур датаны никах өсөн 471 пар һайлаған.

Мәҫәлән, Илеш районы ЗАГС-ында йома, 19 июлдә, биш ир һәм ҡатын бер-береһенә «эйе» тине. Район бүлегендә беренсе ғаилә документын, ғаилә тормошо серҙәре менән буклетты һәм Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлауын өфөләр ҙә алды. Республиканың баш ҡалаһында йәшәүсе Артур Ғәлләмов Үрге Йәркәй ауылынан Зөһрә Рамазанованы ҡатын итеп алды.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы алдағы матур датала – 19.06.2019 – Башҡортостанда 102 пар никахын теркәүе тураһында хәбәр иткәйне.
"Башинформ".
Читайте нас: