Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 12:04

Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылының кооперативы 2 миллион һумдан ашыу грант отҡан

Заманса ит үткәргестәр, төрөү, тултырыу ҡоролмаһы тиҙлеккә ярайһы йоғонто яһай - цехта эш 90 процентҡа автоматлаштырылған. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, етештерелгән продукцияның сифаты ла яҡшырған. Ит ризыҡтарын һаҡлау өсөн яңы һыуытҡыстар ҙа ауыл хужалығы министрлығынан бүленгән грант аҡсаһына алына.

Республика кимәлендә үткәрелгән конкурста йөҙҙән ашыу кооператив ҡатнашҡан. Еңеүселәр исемлегенә эләгеү Көйөргәҙе кооперативы яңы һулыш бирә. Алдағы көндәрҙә ойошма етәкселеге өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр эшкә алып, продукцияны республиканың башҡа район-ҡалаларында һата башларға иҫәп тота. Ауыл шарттарында етештерелгән, экологик яҡтан таҙа тауарға ихтыяж көндән-көн арта.
Читайте нас: