Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 10:00

Владимир Путин малайға "Мерседес" вәғәҙә итте

Ил етәксеһе Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу сәбәпле бәләгә тарыған халыҡ менән осрашты.

Уға бер баланың Президент менән бик осрашҡыһы килеүе тураһында әйтәләр. Владимир Путин малайҙан ил башлығына ниндәй үтенесе булыуын һорай. Уныһы аптырап тормай, идара ителә торған машина тураһында хыялланыуы хаҡында әйтә.


“Дима, һиңә машина булыр, ә ниндәйҙе теләйһең? “Мерседес”мы? Мин үтәргә тырышырмын”, – тип вәғәҙә итә Путин.


Бәләгә тарыған кешеләрҙең ил етәксеһенә һорауҙары күп булды. Уларҙы аҡса күсерелмәү проблемалары, ҡазаланған йорттар тураһында мәғлүмәттең дөрөҫ булмауы, юғалтылған милекте ҡайтарыу мәсьәләһе һ.б. борсой.


Ташҡын аҫтында 109 тораҡ, ун бер меңгә яҡын йорт ҡалды, 25 кеше һәләк булды, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас: