Күңелһеҙ хәлдең сәбәбе – самолеттың двигателе яна башлауы. Экипаждың тиҙ һәм уйлап эш итеүе һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәне. Red Wings авиакомпанияһы самолеты экипажы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт-инженер Сергей Лакида Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Нестеров миҙалы бортпроводниктар Евгений Егошин, Петр Михайлов, Руслан Тимербаев һәм өлкән бортпроводник Ларита Мурадоваға тапшырылды.