Яҙмыш уларҙы мәктәп йылдарында уҡ осраштырған: бер мәктәптә уҡып, бергә саңғы ярыштарына йөрөп, беренсе урын яулағандар. Атайым Салауат ҡалаһында уҡыған саҡта ла ауылға ял көндәрендә саңғы менән ҡайтып йөрөгән. Ғаиләле, ике бала атаһы булғас та саңғы ярыштарында ҡатнашып, беренселекте бирмәгән. Күрәһең, спортҡа булған һөйөүе улына ла күскәндер, моғайын. Тынғы белмәҫ атайым ғүмер буйына «Правда» колхозында водитель, ә әсәйем Йоматау техникумын тамамлап, 40 йыл ошо уҡ колхозда бухгалтер булып эшләне. Икеһе лә намыҫлы хеҙмәт юлы үтте. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялдалар. Беҙҙе лә улар эш һөйөүсән, кешелекле һәм миһырбанлы булырға өйрәтеп үҫтерҙе. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр. Тормоштоң ниндәй генә ауырлыҡтары булмаһын, бирешмәнеләр, һынманылар-һығылманылар.
Тормош итеү - диңгеҙ кисеүгә тиң, ә киң дарьяла ел-дауыл булмай тормай. Шул дауылда аумаҫ өсөн ғаиләбеҙҙә елкән булырҙай атайыбыҙ, уның йәнәшәһендә төплө аҡыл һәм илаһи сабырлыҡ менән эш иткән оло йөрәкле әсәйебеҙ булыуҙары үҙе бер бәхет.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Күпме юлдар үттегеҙ ҙә, күпме һыуҙар кистегеҙ. Ауыр саҡта ла бер-берегеҙгә кәрәк булып ярты быуат йәшәйһегеҙ.
Күптән инде диңгеҙ ел-дауылдары артта ҡалды. Уларҙың иңгә-иң терәшеп үткән ғүмер юлы, беҙ, балалары, кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн бөгөн бик матур үрнәк. Һеҙ бер-берегеҙгә таяныс, тормошҡа ғашиҡ булып, шатланып ғүмер итә беләһегеҙ. Бер-берегеҙгә төбәлгән ҡараштарҙа мөхәббәт, тоғролоҡҡа рәхмәт хистәре бер ҡасан да һүрелмәһен ине. Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙҙең өсөн һәр яҡлап та йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Бына инде ярты быуат дауамында бер йән, бер тән булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бүлешеп, борсоу-көйөнөстәрҙе уртаҡлашып татыу ғүмер кисерәһегеҙ. Алдағы көндәрегеҙҙә лә бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙ юғалмаһын, иңде-иңгә ҡуйып, ярты быуат татыу ғүмер кисергән кеүек таҙалыҡта, һаулыҡта, пар ҡанаттар булып йәшәүегеҙҙе Аллаһ насип итһә ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.