1 сентябрҙән рядовой составтағы башланғыс хәрби вазифаларҙы үтәүсе хәрбиҙәрҙе аҡсалата премияға тәьмин итеү ярайһы кимәлдә арттырыласаҡ. Хәрби водителдәрҙең эш хаҡы ла үҫәсәк. Шойгуның әйтеүенсә, мөһим бурыстар башҡарыусы “С” һәм “Е” категорияһына эйә водителдәргә айлыҡ өҫтәмә ҡаралған.