Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 11:23

Владимир Путин Өфөнөң йәш ғалимдарын грант менән бүләкләне

Кисә ил президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендәге тантанала йәштәр үҙ проекттарына лайыҡлы баһа алды. Камил Рамаҙановҡа бер миллион һум техник һәм инженер фәндәр өлкәһендәге уңышы өсөн тапшырылды. Ул авиация өлкәһенә материалдар етештереү өсөн ныҡлы ҡорамал уйлап тапҡан. Йәш ғалим һүҙҙәренә ҡарағанда, ул сәс бөртөгөнән нәҙегерәк, алмаздан нығыраҡ.

Камил Рамаҙанов, Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация технологиялары институты директоры, техник фәндәр докторы: “Эҙләнеүҙәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Инструменттар төрлө һәм уларҙың тәғәйенләнеше лә айырым. Был аҡсаны эшебеҙҙе камиллаштырыуға йүнәлтәбеҙ”.

Гранттар Өфөнән алты ғалимға үҙ проекттарын артабан камиллаштырыу өсөн бүленгән. Аҡсаны ике йыл дауамында тотонорға мөмкин. Уның күләме фән докторҙарына бер миллион, кандидаттарға 600 мең һум.

Михаил Закомалдин, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор: “Президент илде үҫтереү курсында. Ә быны фәнһеҙ эшләп булмай. Сығымдар бүленә. Уларҙы нисек файҙаланыу икенсе мәсьәлә. Өмөтлө һәм тормошта ҡулланырлыҡ эштәр кәрәк һәм улар беҙҙә бар”.
Читайте нас: