Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 11:22

Владимир Путин Зеленский менән телефондан һөйләште

Ошо көндәрҙә дәүләт башлығы Владимир Путин менән Украина Президенты Владимир Зеленский телефон аша һөйләште. Был Украина яғы башланғысы менән эшләнде.

Һөйләшеүҙә Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы хәлдәрҙе көйләү һәм ике яҡтан да тотолған кешеләрҙе кире ҡайтарыу мәсьәләләре күтәрелде. Артабан был эш эксперттар кимәлендә дауам ителәсәк, тигән килешеүгә өлгәште яҡтар.


Шулай уҡ артабан “норманд форматында” бәйләнештәрҙе дауам итеү мөмкинлеге лә ҡаралды.
Читайте нас: