Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 17:29

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта

Ул "Станоктар эшләү" фәнни-етештереү берекмәһендә булды. Әле заводта 800 кеше эшләй. Радий Хәбиров етештереү майҙансыҡтарын ҡараны, эш шарттары, хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

Предприятиела ҡорамалдарҙы яңыртыу эше бара. Республика етәксеһе был мөмкинлектәрҙе юғары баһаланы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға иғтибар итте. Ғәмәлдә эш урындарын ҡыҫҡартыу, йә эш хаҡын кәметеүгә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу яңы кимәлгә сығыу, кәрәкмәгән һәм һөҙөмтәһеҙ көс түгеүҙе бөтөрөү мөмкинлеге бирә, тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: