Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 16:25

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының программаһы 29 июнь, 2019 йыл

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының программаһы 29 июнь, 2019 йыл.


16:00 – 21:00 «Торатау йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнашыу. Ишембай районы, «Торатау» геопаркы

18:00 – 19:00 Киске аш

21:00 Делегаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы оҙатыу


Секциялар



1. Белем биреү һәм кадрҙар

Онлайн-уҡытыу, белем биреү перспективалары һәм киләсәк мәғарифы, бизнес-белем биреү, телдәр өйрәнеү, үҙаллы белем алыу.


2. Башҡорт теле

Cтартаптар һәм хәҙерге заман компанияларында эшләү, һөнәри үҫеш һәм яңы һөнәрҙәр.


3. Тарих һәм башҡортлоҡ

Тарихи Башҡортостан, дәүләтселеккә эйә булыу һәм БР-ҙың үҫеш перспективалары, башҡорт халҡының үҙаңлылыҡ проблемалары һәм хәҙерге башҡорттоң кодексы.


4. Демография һәм һаулыҡ һаҡлау

Йәмәғәт эше, тарих, социология һәм иҡтисад.


5. Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары

Башҡорт баҫма матбуғатының хәҙерге торошо, башҡорт телевидениеһының киләсәге, яңы интернет киң мәғлүмәт саралары һәм башҡорт медиадаирәһен киңәйтеү.


6. Мәҙәниәт һәм сәнғәт

Cтартаптар һәм хәҙерге заман компанияларында эшләү, һөнәри үҫеш һәм яңы һөнәрҙәр.


7. Бизнес һәм кооперация

Cтартаптар һәм хәҙерге заман компанияларында эшләү, һөнәри үҫеш һәм яңы һөнәрҙәр.


8. Төбәктәрҙәге башҡорттар

Cтартаптар һәм хәҙерге заман компанияларында эшләү, һөнәри үҫеш һәм яңы һөнәрҙәр.


Ҡоролтайҙа ҡатнаша:



700 делегат һәм ҡунаҡ

Башҡортостандан – 288

Рәсәй төбәктәренән – 156

Сит илдәрҙән – 49 делегат


Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова менән Ирек Ялалов һәм башҡалар ҡунаҡ сифатында саҡырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең айырыуса мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыу һәм башҡорт халҡы үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләү маҡсатындағы йыйыны ул. Бишенсе ҡоролтайҙың көн тәртибендәге төп мәсьәлә — Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау.


Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com
Читайте нас: